“Инйәр” гәзитенә 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын — бүләк” акцияһы сиктәрендә сираттағы бүләк уйнатыу уҙғарылды. Был юлы Оҙондар ауылынан Рәүфилә һәм Айҙар Әйүповтар еңеүсе булды — улар тостер отто!
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм улар менән дуҫлығыбыҙ оҙаҡ йылдар дауам итеренә ышанабыҙ. Ә кемдәр әле бүләк отмаған, өмөттәрегеҙҙе өҙмәгеҙ. Беҙҙең яратҡан гәзит уҡыусыбыҙ булып ҡалығыҙ һәм һеҙгә лә бәхет мотлаҡ йылмайыр! Бының өсөн бары тик ярты йылға “Инйәр” гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияны редакцияға алып килергә йә булмаһа почта, ватсап (89677474713) аша ебәрергә кәрәк.
Дилара Янбаева.
Автор фотоһы.