Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында география уҡытыусылары – Республика белем биреү предмет слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте. Республика етәксеһе үҙенең сығышында география уҡытыусыларының уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү формалаштырыуҙары һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыу теләген тыуҙырыуҙарын билдәләне.
Районыбыҙҙың бер төркөм география уытыусылары ошо мәртәбәле сараға барып ҡайтты. Республика белем биреү предмет слетына ниндәй өмөттәр бағлауы, география фәненең әһәмиәте хаҡында Максим Горький мәктәбенең география уытыусыһы Роза Джаббар ҡыҙы Мәзитоваға мөрәжәғәт иттек.
- География боронғо фән булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙҙе һаман да төрлө халыҡтарҙың иҫ киткес донъяһы, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштыра. Кеше тыуған планетаһын барлап, үҙе өсөн яңы белем офоҡтарын аса. Йәш быуын Тыуған илебеҙҙең ер-һыуҙары, тарихи һәм тәбиғи ҡомартҡылары менән яҡындан танышыу өсөн уларҙы мотлаҡ барып күрергә тейеш, тип уйлайым. Әгәр бәләкәй кластан уҡ уҡыусылар үҙҙәре йәшәгән биләмәләргә походҡа сыҡһа, өлкәнерәктәре республика буйынса сәйәхәт итһә, уларҙа Ватанға, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш мотлаҡ формалашасаҡ.
Уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә география уҡытыусыларының роле ҙур. Беҙ балаларҙы тирә-яҡ мөхит менән таныштырып ҡына ҡалмайбыҙ, ә «Ватан» төшөнсәһен киңәйтеп аңлатабыҙ.
Географик белем һөнәри эшмәкәрлектә генә түгел, көндәлек тормошта ла файҙалы. Ул тәбиғәт ҡазалары һәм климат үҙгәрештәре тураһындағы яңылыҡтарға төшөнөргә, сәйәхәттәрҙе һәм ялды планлаштырырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, географик белем геосәйәсәтте аңлау өсөн нигеҙ булып тора. Географиянан башҡа тәбиғи факторҙарҙың дәүләттәрҙең сәйәси ҡарарҙарына, халыҡ-ара мөнәсәбәттәренә һәм үҫеш стратегияларына йоғонтоһон баһалап булмай. Геосәйәсәт, асылда, географик урынлашыу, ресурстар, климат һәм башҡаларҙың сәйәси торошҡа нисек тәьҫир итеүен өйрәнә. Шуға күрә география фәнен үҫтереү, һәр яҡлап камиллаштырыу бик мөһим.
География уҡытыусыларының йыйыны бөгөн бик урынлы. Уның яшы һөҙөмтәләргә килтереүенә ышанысым ҙур, - тине ул.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото – ғаилә архивынан.