Районыбыҙҙың белем биреү учреждениеларында ветерандар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Батырлыҡ дәрес”тәрендә ҡатнашты.
2-се Архангел мәктәбендә мөһим осрашыу үтте: уҡыусыларға абруйлы ҡунаҡ — Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһындағы айырым хәүеф подразделениелары ветерандары комитеты рәйесе урынбаҫары Ф.Ф.Арыҫланов килде. Фәнис Фазулла улы сарала балаларҙы тарихтың героик биттәре менән генә таныштырып ҡалманы, илебеҙ өсөн ышаныслы оборона ҡалҡаны булдырыуҙың мөһимлегенә лә иғтибар йүнәлтте. Ветеран хеҙмәт юлы хәтирәләре менән уртаҡлашып, һәр ғәмәл батырлыҡ һәм фиҙакәрлек талап итә, тине. Уның ихлас һүҙҙәре яңы быуын өсөн илһамландырғыс өлгө булды.
Ауырғазы күп профилле колледжының райондағы филиалында ла “Ҡатын-ҡыҙ һәм һуғыш” тип аталған тематик дәрес уҙғарылды. Уны “Һуғыш балалары” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы бүлеге идаралығы рәйесе А.М.Палтусов ойошторҙо. “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Өфө ҡала бүлексәһе әүҙеме Александр Михайлович Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бөтә ауырлыҡты үҙ иңдәрендә күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында тәрән ихтирам менән һөйләне. Уларҙың батырлығын, фиҙаҡәрлеген һәм Ватанды һаҡлауҙа мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әңгәмә дауамында Рейхстагта ҡуйылған флагтың күсермәһен, шулай уҡ “Хәрби туғанлыҡ”, “Һуғыш балалары”, “Патриот” ойошмаларының символдарын күрһәтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған шиғырҙарын уҡып, үткәнгә хөрмәт күрһәтеүҙең мөһимлеген һәм донъяның ҡиммәтен иҫкә төшөрҙө. Хушлашҡанда Александр Палтусов йәштәргә өгөт-нәсихәт менән мөрәжәғәт итте: “Тормошто яратығыҙ һәм дуҫлыҡты һаҡлағыҙ, намыҫлы булығыҙ!”— тине ул.
Рәсәйҙең Башҡортостандағы айырым хәүефле подразделениелары ветерандары Комитетының төбәк бүлексәһе рәйесе Рифҡәт Ғабдуләхәт улы Мырҙағолов 1-се Архангел мәктәбендәге “Батырлыҡ дәресе”н һәр ваҡыттағыса йәнле һәм ҡыҙыҡлы алып барҙы. Яҡташыбыҙҙың сығышы тарихи материал менән дә, автобиографик характерҙағы мәғлүмәттәр менән дә тулыланды. Осрашыу Совет һалдаттарының ҡаһарманлығы һәм Ватан сиктәрен һаҡлаған Рәсәй яугирҙәренең, шулай уҡ беҙҙең район хәрбиҙәренең батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолдо.
Д.Янбаева.
Автор фотоһы.