Убалар ауылында Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы Юламанова етәкләгән “Мираҫ” фольклор төркөмө районыбыҙ ағинәйҙәрен үҙҙәрендә ҡабул итте.
Йыйында район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина етәкселегендә Архангел, Тәүәкәс, Ҡыҫынды, Абҙан, Максим Горький-Горный, Муллаҡай ауылдарынан ағинәйҙәр, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Жәлил Хәйҙәр улы Мөхәмәтйәнов, шулай уҡ “Ағинәйҙәр ҡоро” республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, уҡытыусы, шағир, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Сара “Яулыҡ — ҡатын-ҡыҙ күрке” тип аталды. Уның барышында “Мираҫ”тар яулыҡҡа бәйле матур йолалар, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тарихтар менән уртаҡлашты. Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы һандыҡтан тиҫтә йылдар буйы һаҡланған яулыҡтарын, шулай уҡ көндәлек тормошта ла, байрам көндәрендә лә яратып ҡулланған штапель, капрон, кешәмир, ситса, ебәк шәл-яулыҡтарын күрһәтеп, улар хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Заманында әбей-өләсәйҙәребеҙ бәйләп йөрөгән ҙур ҡыҙыл биҙәкле яулыҡтарҙы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышынан, Наполеон ғәскәрен еңгәндән һуң трофей итеп алып ҡайтыуын, шуға күрә улар француз яулығы тип аталыуын да билдәләп үтте.
— Яулыҡ — ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Беҙҙең өләсәйҙәр борон балитәкле күлдәк кейеп, яулыҡ ябынып, матур итеп йөрөгәндәр. Улар әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан һаҡлаған, сәс ялбыратып йөрөгәнгә зәхмәт эләгә тигәндәр, — тине Әлмира апай.
“Мираҫ” төркөмөнөң иң йәш ағинәйе Илүзә Юлъяҡшина ҡашмау тураһында һөйләне. Педагогик хеҙмәт ветераны Раҡыя Заһиҙуллина кәзә мамығынан бәйләгән шәлдәрен күрһәтеп, уларға бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы бәйән итте. Районыбыҙ ағинәйҙәре йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина таҫтарҙар һәм тубый ҡашмау менән таныштырҙы. Муллаҡай ағинәйе Зәлифә Фәйзуллина үҙе менән әсәһенән мираҫ итеп ҡалған күҙҙең яуын алып торған ҡыҙыл яулыҡты килтергән. Мәртәбәле ҡунаҡтар — Гөлфиә Янбаеваның йөкмәткеле сығышы һәм Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары ла яҡташтарыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа “Ағинәйҙәр” ҡороноң роле тураһында телмәрендә архангел ағинәйҙәренә ҡағылышлы йылы хистәрен белдереп, “Мираҫ”тарға бүләген бирҙе. Жәлил Мөхәмәтйәнов “Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн” Ә.Юламанова менән Р.Мөхәмәтйәноваға район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Йыйын концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Рәсимә Мөхәмәтйәнова етәкселегендәге “Хазина” һәм “Ихлас” фольклор ансамблдәренең бейеүҙәре байрамдың йөҙөк ҡашына әүерелде.
Осрашыуҙа районыбыҙ ағинәйҙәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты, фекерҙәр алышты, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.
Дилара Янбаева.
Автор фотоһы.