Инйәр
+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
5 Февраль 2025, 08:31

“Рус ҡышы”нда таң ҡалдырҙылар

1 февралдә Өфө ҡалаһында “Рус ҡышы”  тип аталған сағыу һәм күләмле халыҡ-ара балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижады конкурс-фестивале үтте

“Рус ҡышы”нда таң ҡалдырҙылар“Рус ҡышы”нда таң ҡалдырҙылар
“Рус ҡышы”нда таң ҡалдырҙылар

1 февралдә Өфө ҡалаһында “Рус ҡышы”  тип аталған сағыу һәм күләмле халыҡ-ара балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижады конкурс-фестивале үтте. Был мөһим ваҡиға төрлө сәнғәт жанрҙарында үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтергә теләгән һәләтле башҡарыусыларҙы йыйҙы. Бер сәхнәлә музыканттар, вокалистар, хореография коллективтары, актерҙар һәм башҡа ижади шәхестәр осрашып, ярыштың ҡабатланмаҫ мөхитен булдырҙы.

Бәйгеселәр  араһында районыбыҙҙың балалар сәнғәт мәктәбенең “Инйәр” хореография коллективы айырыуса айырылып торҙо (етәксеһе Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы Илмырҙина). Йәш бейеүселәр “Халыҡ — сәхнә бейеүе” номинацияһында “Тыпырҙыҡ” башҡорт лирик бейеүен  тәҡдим итте. “Инйәр” коллективының сығышы тамашасыларҙы һәм баһалама комиссияһы ағзаларын үҙенең виртуозлығы, хис-тойғолоғо  менән таң ҡалдырҙы. Тәрбиәләнеүселәребеҙ юғары оҫталыҡ кимәлен, хәрәкәттәрҙең  синхронлығын һәм артистизмды күрһәтте.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса “Инйәр” хореография коллективы “Халыҡ – сәхнә бейеүе” номинацияһында I дәрәжә Лауреат исеменә лайыҡ булды. Был еңеү етәксенең һәм коллективта ҡатнашыусыларҙың һәләтен һәм ныҡышмалы хеҙмәтен дәлилләне. Ул  районыбыҙҙың  балалар сәнғәт мәктәбенең юғары һөнәри кимәлен һәм уның Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ирина Пинягина,

балалар сәнғәт мәктәбе директоры.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас