Район мәғариф бүлегенең 2024-2025 уҡыу йылының саралар планына ярашлы, 24 ғинуар район мәктәптәрендә “Минең милли ризығым” исемле флешмоб үтте. Быйылғы флешмоб Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.
Акцияның төп маҡсаты һәм бурысы булып уҡыусыларҙың аш-һыу һәләттәрен формалаштырыу ярҙамында туҡланыу мәҙәниәте нигеҙҙәрен үҫтереү, мәктәп ашнаҡсыларының абруйын күтәреү, милли ризыҡтарҙы популярлаштырыу, уҡыусыларҙа ризыҡ әҙерләүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, кулинар традициялар ярҙамында берҙәм эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә шарттар булдырыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға психологик һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеү тора.
Сара “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә ойошторолдо. Унда барлығы 32 класс һәм 256 уҡыусы ҡатнашты. Улар технология уҡытыусылары һәм ашнаҡсылар менән берлектә милли ризыҡтар әҙерләне һәм мастер-кластар уҙғарҙы. Флешмоб сиктәрендә әҙерләнгән барлығы 30 килограмм милли ризыҡ гуманитар ярҙам булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға оҙатыласаҡ.
Гөлиә Иҙрисова,
район мәғариф бүлегенең мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы контролдә тотоу буйынса белгес.
Автор фотоһы.