Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия һәм миномет полкы командиры, Ленин, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Кутузов, Александр Невский, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры — Сәйфулла Хәлил улы Хәбировтың тыуыуына 120 йыл тулды (30 ғинуар 1905 йыл — 27 июнь 1984 йыл).
Сәйфулла Хәлил улы Хәбиров 1905 йылдың 30 ғинуарында районыбыҙҙың Абҙан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Теремек үҫмер 13 йәшенән атаһына Инйәр йылғаһы буйлап һал ағыҙыуҙа ярҙамлаша, урманға һунарға йөрөй.
1927 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла. Өфө ҡалаһында 4-се артиллерия дивизионының полк мәктәбенә курсант итеп алына һәм шул саҡта уҡ үҙен яҡшы күрһәтә: уға рәхмәт белдерәләр һәм ҡорал расчеты командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
Әрменән һуң Сәйфулла Хәлил улы тыуған ауылына ҡайта. Бик яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә булғанлыҡтан, хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу сәйәсәтен пропагандалау эшмәкәрлеге алып бара. “Ҡыҙыл Инйәр” колхозын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның рәйесе итеп һайлана. Һуңынан БАССР-ҙың Архангел районы ауыл советы рәйесе вазифаһын үтәй.
1935 йылда Ҡазан ҡалаһында артиллерия бүлегенең татар-башҡорт хәрби мәктәбен тамамлап, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Һуңынан — Өфөлә 4-се артиллерия дивизионы взводы командиры. 1937 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Командование яҡташыбыҙҙың оҫталығын һиҙеп ҡалып, уны 161-се артиллерия полкының 1-се дивизионы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләй.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Сәйфулла Хәбиров тәүге көндәрҙән үк була. Бөтә алыштарҙа ла ныҡышмалылығы һәм тәүәккәллеге менән айырылып тора. Сталинград фронтында, Донбасс операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың февралендә — 148-се артиллерия миномет полкы командиры. Уның командалығы аҫтында артиллеристар Красный Яр утары янында, Луганск, Дебальцев, Чернигов һәм Малодуш янында танктар һөжүмен сағылдыра. Хәбиров полкы Чернигов, Мозерск, Волынск-Брест-Литов, Люблин, Висло-Одер, Померанск, Берлин хәрби операцияларында ҡатнаша.
Гвардия полковнигы С.Х. Хәбиров дошман танкыларының һөжүмен кире ҡағыуҙа батареялар менән шәхсән етәкселек итә. Бер алышта кавалерия полктары Каллис Штеттин шоссе юлында урынлашҡан Памин тораҡ пунктына яҡынлашҡанда, уның көньяҡ сигенән гитлер танкылары контратакаға күсә. Танктарҙың боролоп, эскадрондарҙы ҡыйратырға әҙер булыуын күреп, Хәбиров шунда уҡ батареяларҙың бөтә орудиеларын тура наводкаға ҡуя һәм ут аса. Тәүге залптарҙан һуң алты фашист танкыһы яна, ҡалғандары, утҡа тотоноп, сигенә башлай. Һөжүмгә күсеп, атлылар Паминды баҫып ала, ә кискә Гезенды ала. Ҡамалған төркөмдөң сигенеү юлдары тулыһынса киҫелә.
Арнсвальд ҡалаһы өсөн алыштар барышында Сәйфулла Хәлил улы ауыр яралана, әммә, шуға ҡарамаҫтан, полк менән етәкселек итеүен дауам итә, хәрби хәрәкәттәрҙән айырылмайынса часта дауалана.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ҡытайға Порт-Артур ҡалаһына ебәрелә, 7-се механизацияланған дивизияның 614-се миномет полкы менән командалыҡ итә, Ворошилов ҡалаһында 10-сы механизацияланған дивизияның миномет полкы командиры була.
Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены, А.Невский ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, II дәрәжә Кутузов ордены һәм Ленин ордены, шулай уҡ “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Хеҙмәте тамамланғандан һуң, Сәйфулла Хәлил улы социаль эшкә ҡайта. Йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара, дивизия ветерандары советы рәйесе була, хәрби дан урындарына сәйәхәт ҡыла, дивизияның һуғыш һәм хәрби юлы карталарын һәм схемаларын тергеҙә, уның яугирҙәре менән хат алыша. Һуғышта биргән вәғәҙәһен үтәргә ҡарар итә: Башҡортостан райондары буйлап һәләк булғандарҙың ғаиләләрен эҙләй, уларға кәрәкле ярҙам күрһәтә.
С.Х. Хәбировтың хәрби һәм хеҙмәт юлы тураһында хәтер ғаиләлә оло хөрмәт менән һаҡлана. Рауза Маннап ҡыҙы менән Сәйфулла Хәлил улы Хәбировтар өс ҡыҙ үҫтерә. Барыһына ла лайыҡлы тәрбиә һәм юғары белем бирә.
Земфира Сәйфулла ҡыҙы Хәбирова педагог булып эшләй, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, Ҡыйғы районында йәшәй. Уның улы Артур, ҡыҙы Оксана һәм биш ейәне бар.
Эльмира Сәйфулла ҡыҙы Серебренникова — музыка буйынса педагог, Новосибирск ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙы Евгения Санкт-Петербургта аспирантурала уҡый.
Альбина Сәйфулла ҡыҙы Хәбирова Өфөлә төпләнгән, дәүләт хеҙмәтендә эшләй. Виктория, Валерия, Светлана ҡыҙҙары һәм бер ейәнсәре өсөн ул һәр яҡлап та өлгөлө әсәй, өләсәй.
Һәр ғаилә тарихы — тыуған төйәгебеҙҙең, республикабыҙҙың һәм бөтә илдең дөйөм тарихында бәләкәй, әммә әһәмиәтле. Батырыбыҙҙың Кесе Ватаны Абҙанда мәктәптә С.Х. Хәбировтың тормош һәм хәрби юлына арналған тарихи мөйөш ойошторолған, 2005 йылда белем усағы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Уның исеме менән урам аталған. 2010 йылда фашистик Германияны еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә Сәйфулла Хәбировҡа бюст асылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.