“Инйәр” гәзитенә 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Редакцияға барлығы 227 квитанция ебәрелде. Әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ билдәләнгән ваҡытҡа килеп етеп, йәрәбә тартып, еңеүселәрҙе билдәләргә ярҙам итте.
Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова уйында ҡатнашыусыларҙы Яңы йыл һәм үткән байрамдар менән тәбрикләп, район баҫмаларының тормошобоҙҙағы әһәмиәте хаҡында әйтеп үтте.
Ниһайәт, ҡумтанан еңеүселәрҙең квитанциялары сиратлап сығарыла башланы. Бүләктәрҙе кем отор? Улар ҡайһы ауылдарға йүнәлер?
Һөҙөмтәлә Муллаҡай ауылынан Зәлифә Фәйзуллинаға — флеш-карта, Тәүәкәстән Рәмзиә Гәрәеваға — вафли бешергес таба, Рәйсә Камалетдиноваға — термос, Тирәкленән Сәлхиҙә Моратоваға — кер үтекләй торған таҡта, Абҙандан Фидәлиә Кинйәғоловаға — ҡоймаҡ бешергес, Архангелдән Люциә Дәүләноваға сәйнүк сыҡты.
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен килеп алыу өсөн редакцияла көтәбеҙ. Үҙегеҙ менән паспорттарығыҙҙы алыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Альберт Рәхимов фотоһы.