Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында И.С. Тургенев исемендәге мәҙәни-социаль башланғыстар хәйриә фонды йыр һөйөүселәрҙе мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге «TURGENEV AWARDS» фестиваленә йыйҙы. Унда Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән үҙешмәкәр һәм һөнәри ижади коллективтар, төрлө жанр һәм стилдәге яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты.
Мәртәбәле конкурста Башҡортостан, шул иҫәптән районыбыҙ исеменән Благовещенка мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Нурисламова Ринэль сығыш яһаны. Әйткәндәй, Ринэль республикабыҙҙан берҙән-бер ҡатнашыусы иҫәпләнде.
— Мәктәптең электрон почтаһына Ҡазанда үтәсәк бәйге тураһында хат килгәс, ҡыҙымдың быға тиклем сәхнәләрҙә башҡарған “Сәскә ат, Рәсәйем” тип аталған композицияһын ебәрҙем. Уны беҙгә район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазова һайлағайны. Ойоштороусылар ғаризаны ҡабул иткәс, Ринэлдең сәхнәләге образы, костюмдар һәм башҡа мәсьәләләр өҫтөндә ҡыҙыу эш башланды. Район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Әбделмәнов тәүге көндән конкурс тамамланғансы бәйләнештә булып, күңел төшкән саҡтарҙа дәртләндереп, еңеүгә өмөт өҫтәп торҙо. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең береһе лә “юҡ” тимәне, күмәкләшеп әҙерләндек.
Ринэль ил күләмендә сығыш яһауҙың ни тиклем яуаплы һәм ҡатмарлы буласағын аңлап, әлбиттә, тулҡынланды. Ҡыҙым менән ғорурланам. Ул илебеҙҙең төрлө тарафтарынан, сит илдәрҙән еңеү сәме менән килгән бәйгеселәр араһында ҡаушап ҡалманы - үҙен лайыҡлы тотоп, районыбыҙҙың ғына түгел, ә республикабыҙҙың данын яҡлап, ll дәрәжә Лауреаты исемен яуланы. Беҙҙең өсөн был бик яҡшы һөҙөмтә. Ринэль барыһына ла тағы бер тапҡыр үҙенең ихтияр көсөн, һәләтен күрһәтте. Еңеүселәр келәменән сәхнәгә күтәрелгәндә ул бәхеттең етенсе күгендә ине, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Ринэлдең әсәһе Әлиә Хатип ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдиннова.
Әлиә Нурисламова фотоһы.