Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк заводы — иң тотороҡло предприятиеларҙың береһе. Иҡтисади көрсөк һәм башҡа ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, кооператив һаҡланып ҡына ҡалмай, ә үҙенең матди-техник базаһын да мөмкин тиклем нығытыуын дауам итә.
Икмәк заводына 80-се йылдар аҙағында нигеҙ һалынған. Предприятие тәүлегенә 1000-гә яҡын икмәк һәм икмәк-булка изделиелары: булкалар, батон, пицца, төрлө бәлештәр һәм башҡаларҙы етештерә. Район үҙәгендәге һәм башҡа тораҡ пункттарҙағы сауҙа нөктәләре, Архангел ауылындағы ашхана, мәктәп, балалар баҡсалары, Ауырғазы күп профилле колледжының райондағы филиалы, Максим Горький ауылында урынлашҡан “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто көн һайын улар бешергән хуш еҫле ҡамыр ризыҡтары менән тәьмин ителеп тора.
Икмәк етештереү менән байтаҡ йылдар Лилия Казанцева етәкселек итә. Ул — тәжрибәле хеҙмәткәр, үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Ҡулланыусылар кооперацияһына Лилия Ивановна сирек быуаттан ашыу элек килә. Хеҙмәт юлын 1991 йылда лаборант булып башлай, һуңынан һатыусы, тауар келәте мөдире булып та эшләй. Күп йыллыҡ һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн ул РФ Үҙәк союзының, “Башпотребсоюз”дың Почет грамоталары, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Лилия Ивановнаны хеҙмәттәштәре, етәкселек хөрмәт итә, ышаныслы һәм яуаплы кеше тип иҫәпләй. Йәш хеҙмәткәрҙәргә тиңләшергә һәм өлгө алырҙай ошондай яҡташтарыбыҙҙың булыуы ҡыуандыра.
Бөгөн икмәк бешереү заводында ике сменала һигеҙ хеҙмәткәр тир түгә. Уларҙың тырышлығына рәхмәтле өҫтәлебеҙ тәмле икмәктән өҙөлмәй.
— Коллективыбыҙ берҙәм. Бөтәһенең дә тиерлек бындағы хеҙмәт стажы 20-30 йылдан артыҡ. Йәштәр беҙгә килһендәр ине лә бит, теләктәре бик үк юҡ шул. Ярты йыл элек Дамир Мөхәмәтйәров водитель булып урынлашты. Ул район буйынса икмәк ташый. Бигерәк уңған, үҙ бурысын еренә еткереп башҡара. Людмила Черухина һәм Зинаида Чернова — кондитер изделиеларын, ә Любовь Гибет икмәк бешерә. Виктор Казаков, Дмитрий Шутов һәм Владимир Богданов — кочегарҙар.
Завод тәүлек әйләнәһенә бер туҡтамай эшләй. Райондағы күп предприятиелар бөтөрөлгәндә, йәки берләштерелгәндә, бер нимәгә ҡарамай һаҡланып ҡына ҡалмай, үҫешеүебеҙ сынығыуыбыҙҙы һәм ҡулланыусылар араһында һорау менән ҡулланылыуыбыҙҙы раҫлай, — ти район халҡын тәмле икмәк менән тәьмин итеүселәрҙең етәксеһе.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.