“Россельхозцентр” Федераль Дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы көҙгө осорҙа кимереүселәргә ҡаршы иҫкәртеү сараларын ваҡытында үткәрергә тәҡдим итә.
Көҙөн ужым культуралары сәсеүлектәренең гектарына 50-100 кимереүселәр өңө, ә күп йыллыҡ үләндәр яланының гектарына 100-150 өңө булғанда иҡтисади зарарлылыҡ сигенә етә. Был осорҙа сысҡандар ужым культураларына айырыуса зыян килтереүе ихтимал.
Сентябрҙә һауа шарттары кимереүселәр һанының артыуына булышлыҡ итте. Әле ҡоротҡостарҙың күсенеүе һәм әүҙем өң өңөүҙәре күҙәтелә. Башлыса улар урман һыҙаттарында, һөрөнтө ерҙәрҙә һәм күп йыллыҡ яландарҙа туҡлана. Сысҡан ояһы шулай уҡ райондағы эшкәртелмәгән иген культуралары баҫыуҙарында һәм сабынлыҡтарҙа осрай.
Һыуыҡ төшөү менән кимереүселәр йорт ҡаралтыларына, мәҫәлән, һарайҙарға, аласыҡтарға, келәттәргә күсә башлай, был, әлбиттә, унда йәшәүселәрҙең һаулығына хәүеф тыуҙыра. Кеше кимереүселәрҙең бүлендектәре булған саңды һулағанда, шулай уҡ бысранған аҙыҡ ашағанда йәки һыу эскәндә геморрагик биҙгәк вирусын йоҡторорға мөмкин.
Ҡоротҡостарҙан һаҡланыу сараларына: уңышты юғалтыуһыҙ йыйыу, баҫыуҙарҙы үҫемлек ҡалдыҡтарынан, кипкән үлән өйөмдәренән һәм эскерттәрҙән таҙартыу инә. Ышаныслы ысулдарҙың береһе — баҫыуҙарҙы тәрән итеп һөрөү, был осраҡта соҡорҙар, оялар, аҙыҡ запастары, сысҡан үрсемдәре юҡ ителә. Шулай уҡ баҫыуҙарҙа һәм сысҡандарҙың йәшәү эҙҙәре табылған келәттәрҙә ағыулы алдатҡыс ем һөҙөмтәле.
Ужым культуралары, күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрен, келәттәрҙе, орлоҡ һаҡлағыстарын, мал аҙығы цехтарын, һаҡланған тупраҡты, хужалыҡ ҡаралтыларын һәм иген эшкәртеү предприятиеларын йорт сысҡандары һәм ҡомаҡтарҙан һаҡлау өсөн ағыулы брикеттар киң ҡулланыла.
Эшкәртеүҙәр башҡарылғанда ҡулланыу ваҡытын, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлек техникаһын ҡәтғи үтәргә кәрәк. Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса “Россельхозцентр” Федераль Дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлегенә йәки филиалдың район, район-ара бүлектәренә мөрәжәғәт итергә.
Фәнил Ғәлиев,
“Россельхозцентр” Федераль Дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының әйҙәүсе агрономы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.