Инйәр
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Сентябрь 2023, 15:12

“Артабан да бергә ҡалырбыҙ”

“Инйәр” гәзите үҙенең күптәнге һәм яңы дуҫтарын ҡыуандырыуын дауам итә.

“Артабан да бергә ҡалырбыҙ”
“Артабан да бергә ҡалырбыҙ”

“Инйәр” гәзите үҙенең күптәнге һәм яңы дуҫтарын ҡыуандырыуын дауам итә. 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылып, лото уйнатыуҙа ҡатнашып бүләк отҡан  райондаштарыбыҙ редакцияға килеп, “өлөштәренә төшкән көмөштәрен” ҡыуанып алып ҡайтып китәләр.

Радик Урал улы Ҡоҙаҡаев ғаиләһе менән Тәүәкәс ауылында йәшәй. “Инйәр” гәзитен беҙҙең районға күсеп килгәне бирле алдыра.

— Бала саҡтан уҡ  ата-әсәләребеҙҙең  район баҫмаларына яҙылып, уны көтөп алыуҙары яҡты хәтирәләр булып ҡалған.  Беҙ шул тулҡында үҫтек. Уларҙан ҡалған ошо матур йоланы дауам итергә тейешбеҙ, тип уйлайым. “Районка” аша бөтә яңылыҡтарҙы, үткәрелгән саралар, осрашыуҙар тураһында беләбеҙ. Ил-йорт хәбәрҙәрен ышаныслы сығанаҡтан алабыҙ.

Бүләк отоуым беренсе тапҡыр. Бүләктең олоһо, кесеһе булмай, тигәндәй, әлбиттә, ҡыуандым. Артабан да яҙылып, “Инйәр” менән бергә ҡалырбыҙ.

Дилара Янбаева.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: