Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Август 2023, 15:01

Спортсы ашнаҡсылар республика кимәлендә көс һынашты

“Батырҙар уҙышы” — сағыштырмаса йәш, әммә ҙур билдәлелек яулап өлгөргән ярыш.

Спортсы ашнаҡсылар  республика кимәлендә көс һынашты
Спортсы ашнаҡсылар республика кимәлендә көс һынашты

“Батырҙар уҙышы” — сағыштырмаса йәш, әммә ҙур билдәлелек яулап өлгөргән ярыш.  Унда соҡорҙар, шишмәләр, йылғалар, һаҙлыҡлы һәм батҡаҡлы участкалар, текә күтәрмәләр һәм стеналар, трамплиндар, сәнскеле тимерсым, бау, канаттар һәм башҡалар ҡаршылыҡ булып тора ала.

Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сиктәрендә Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Илһөйәр” хәрби-илһөйәрлек паркында йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн  бәйге ойошторолдо.

 “Батыр” булыу хоҡуғы өсөн мәктәп һәм балалар баҡсаһы ашнаҡсылары, водителдәр,  административ-идара итеү персоналы белгестәре, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Дәүләкән, Иглин, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондары, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалалары туҡланыу операторҙары етәкселәре көс һынашты.  “Батырҙар уҙышы”нда  14 район командаһы ҡатнашты.  Һәр командала 10-ар бәйгесе үҙ районының данын яҡланы.

Спортсыларҙы  Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров сәләмләне һәм ярышҡа старт бирҙе. “Батырҙар уҙышы” командаһы, проект етәксеһе Эдуард Шафеев, “Туҡланыу” үҙәге коллективы командаларҙың уңышлы старты һәм финишы өсөн бөтә шарттар тыуҙырҙы.

Һыу кәртәләрен, бейек стеналарҙы, ауыш ҡоймаларҙы, ер аҫты тоннелдәрен, арҡандарҙы, траншеяларҙы һәм һыу тултырылған соҡорҙарҙы еңеп, дөйөм оҙонлоғо 2,5 км тәшкил иткән ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә тура килде.

Ауыр көрәштә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бөтә  һынауҙарҙы ла намыҫ менән лайыҡлы уҙҙы. Саранан ярыш сәме  һәм шатлығы урғылып торҙо. Был командаларҙың сыҙамлығына һәм берҙәмлегенә ысын һынау булды. Ҡаршылыҡ һыҙатын еңгән  һәр кем беҙҙең геройыбыҙ!

Шишмә ҡасабаһының “Туҡланыу” үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры  Ынйы Әхмәҙуллина һәм “Оптторг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры  Илнур Уразмәтов сара йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе бүләкләне. Был уйында командалар үҙҙәренең берҙәмлеген һәм көслө хәрби рухын күрһәтте.

Гөлсөм Ибраһимова,

“Туҡланыу” үҙәге белгесе.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: