Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Август 2023, 15:05

“Кәрәҙҙәр”ҙә тағы ла балҡынылар

Башҡортостанда өсөнсө йыл рәттән республика педагогтары араһында “Кәрәҙҙәр” тип аталған үҙенсәлекле марафон ойошторолоп килә.

“Кәрәҙҙәр”ҙә тағы ла балҡынылар
“Кәрәҙҙәр”ҙә тағы ла балҡынылар

Башҡортостанда өсөнсө йыл рәттән республика педагогтары араһында “Кәрәҙҙәр” тип аталған үҙенсәлекле марафон ойошторолоп килә. Сараны БР Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһында алдынғы белем биреү-мәғрифәти проекттарына булышлыҡ итеү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса “Киләсәк мәғарифы” педагогик лабораторияһы” төбәк һөнәри йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғара. “Кәрәҙҙәр” марафоны биш мәғрифәти аралашыу майҙансығын берләштерә. Ул уҡытыусыларға үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, иң яҡшы белем биреү тәжрибәләрен күрһәтеү һәм өйрәнеү, һөнәри йәһәттән үҫешкә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Конкурс барышында һәр команда үҙ муниципалитетының мәғариф системаһын танытты. “Педагогик СТиЭМ” бәйгеһе ижади һәләттәрҙе асыуға, үҙенсәлекле тәжрибәләр, идеялар менән уртаҡлашыуға ҡоролдо.

Районыбыҙ командаһы составында: Наталья Чепайкина, Айгөл Мөхәмәтйәнова  (2-се Архангел мәктәбе), Татьяна Антипина (Максим Горький), Светлана Трефилова (Валентиновка), Алина Усманова (Баҡалды) барлыҡ конкурстарҙа  уңышлы сығыш яһаны. “Визит картаһы” тигән һынауҙа улар районыбыҙҙың мәғариф системаһын һәр яҡлап күрһәтеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәренең уҡытыу алымдары менән дә уртаҡлашты.      Бәйге һөҙөмтәһе буйынса уҡытыусыларыбыҙ “Педагогик эҙләнеү” номинацияһында еңеүгә иреште, афариндар!

Д.Янбаева.

Фото — район мәғариф бүлегенән. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: