Инйәр
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Июль 2023, 12:34

Береһенән отмаһаң, икенсеһенән оторһоң

“Инйәр” гәзитенә 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Береһенән отмаһаң, икенсеһенән оторһоң
Береһенән отмаһаң, икенсеһенән оторһоң

“Инйәр” гәзитенә 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Йәрәбә тартырға иртән иртүк редакцияға килеп еткән әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ ярҙам итте.

 Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Зөфәр ҡыҙы уйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, район баҫмаларының тормошобоҙҙағы әһәмиәте хаҡында әйтеп үтте һәм бүләк отоуҙа уңыштар теләне. Әйткәндәй, уйынға барлығы гәзит уҡыусылар килтергән, почта һәм ватсап аша ебәргән 113 квитанция һалынды.

Ниһайәт, бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Бүләктәрҙе кем отор? Бәхет кемгә йылмайыр? Райондаштарыбыҙ сиратлап ҡумтанан квитанцияларҙы сығарып, бүләктәрҙең эйәләрен билдәләне.

 Бына улар — Үрге Ләмәз ауылынан Фазила Андреева (автокопрессор),  Тәүәкәстән бер уңайҙан өс еңеүсе: Р.У.Ҡоҙаҡаев (термокөрөшкә), Ф.Муллағәлимов (шампур), Р.Камалетдинов (френч-пресс),  Яңы Устиновканан Ләйсән Әхтәмова (фен), Архангелдән Тәлғәт Шәрәфитдинов (радиоалғыс), шулай уҡ Резида Маликова (изотермик сумка), Рәсимә Мөхәмәтйәрова (электр турка), Оҙондарҙан Г.Ш.Әбделвәлиева (вафельница). Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен килеп алыу өсөн редакцияла көтәбеҙ (үҙегеҙ менән паспортығыҙҙың булыуы мотлаҡ).

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: