Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
5 Июля 2023, 08:38

Уҡырға инер өсөн документтарҙы ситтән тороп ҡына тапшырырға була

Башҡортостан халҡы юғары уҡыу йорттарына документтарын онлайн тапшыра ала.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡырға инер өсөн   документтарҙы ситтән тороп ҡына тапшырырға булаУҡырға инер өсөн   документтарҙы ситтән тороп ҡына тапшырырға була
Уҡырға инер өсөн документтарҙы ситтән тороп ҡына тапшырырға була

Башҡортостан халҡы юғары уҡыу йорттарына документтарын онлайн тапшыра ала.  Абитуриенттар университеттарға «Юғары уҡыу йортона онлайн инеү» суперсервисы аша ғариза бирә. Бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы ғына мотлаҡ.

Документтарҙы юғары уҡыу йортона нисек ебәрергә:

- порталда ғариза тултырығыҙ;

- белемегеҙҙе күрһәтегеҙ һәм биш вузға тиклем һайлағыҙ;

- БДИ һөҙөмтәләрен һәм шәхси ҡаҙаныштарығыҙҙы күрһәтегеҙ;

- кәрәк булған осраҡта өҫтәмә имтихандар һайлағыҙ;

- әгәр уҡыу квота буйынса булһа, маҡсатлы килешеү хәстәрләгеҙ;

- аттестат мәғлүмәттәрен тикшерегеҙ.

Уҡыу йорттарынан яуап шәхси кабинетҡа киләсәк.

Лилиә Сәйғафарова,

 район мәғариф бүлеге начальнигы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас