Инйәр
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Июль 2023, 13:55

Күп балалы ғаиләләргә ҡағыла

Балаларына нисек тә булһа белем бирергә тырышҡан ата-әсәләр өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.

Күп балалы ғаиләләргә ҡағыла
Күп балалы ғаиләләргә ҡағыла

– Беҙ республикала ишле ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән тағы бер сараның барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ, тик мин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем, был тап демографик сара, ә социаль яҡлау сараһы түгел, сөнки компенсация түләгәндә ғаиләнең килеме иҫәпкә алынмай, – тине яңы ҡанунға ҡарата аңлатмаһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Балаларына нисек тә булһа белем бирергә тырышҡан ата-әсәләр өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ (ни тиклем балалар күберәк булһа, ғаилә бюджетына көсөргөнеш тә шунса арта). 

Һүҙ бында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекты тураһында бара – Башҡортостанда балаларын колледждарҙа түләп уҡытҡан күп балалы ғаиләләргә түләүҙең 50 процентын компенсациялаясаҡтар. Был закон барлыҡ ишле ғаиләләргә ҡағыла, уларҙың килем күләме иҫәпкә алынмай.

Төп шарт – бер уҡыу йылында компенсация күләме 30 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Был законға 2023 йылда урта профессиональ белем биреү учреждениеларына уҡырға ингән балалар эләгә. Уҡыу йылы өсөн тулыһынса түләгәндән һуң аҡсаның 50 проценты кире ҡайтарыла. Был маҡсатҡа республика бюджетынан йыл һайын 74 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: