

Муниципалитет вәкилдәре Һамар өлкәһендә “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы составында хәрби бәйләнеш үткән һалдаттарыбыҙҙы барып күрҙе.
Улар ир-уҙамандарға туғандары ебәргән посылкаларҙы, яҡындарының сәләмдәрен һәм район эшҡыуарҙары ярҙамында йыйылған гуманитар ярҙамды еткерҙе. Урынлашыу шарттары, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителеү һәм туҡланыу менән танышты.
Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе күтәренке. Барыһы ла етди хәрби әҙерлек менән шөғөлләнә. Егеттәр ҙә яуап итеп сәләм тапшырҙы, ярҙам өсөн рәхмәт әйтте. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа яугирҙәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Дилара Янбаева.
Фото — район хакимиәте сайтынан.