

Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан юлым Баҡалды ауылында матур итеп донъя көткән Гүзәл һәм Радик Мырҙагилдиндарҙың ғаиләһенә төштө. Ҡыҙыу эш миҙгелендә ауыл кешеһен өйҙә тап итеү мөмкин түгел. Берәүҙәр бесәнгә төшкән, икенселәре еләккә йөрөй, өсөнсөләре тирләп-бешеп йорт-ҡура төҙөй. Мырҙагилдиндар өсөнсөләр рәтендә — улар ике ҡатлы яландай ҙур йорт һалыу менән мәшғүл. Ғаилә башлығын осрата алмаһам да Гүзәл Зәки ҡыҙы эш урынында ихлас ҡаршы алды. Ул Баҡалды ауыл хакимиәтендә һалым буйынса белгес булып эшләй.
Алсаҡ йөҙлө, яғымлы тауышлы, теремек ханым шунда уҡ үҙенә ҡарата ихтирам тойғоһо уятты. Ғаиләһе менән таныштырып китеүен һорағас, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Үҙем Уҫаҡлы ауылында тыуғанмын. Атайым Зәки Шағабаҡ улы Ҡолмас ауылыныҡы, ә инәйем Фәнүзә Ғата ҡыҙы — Әлшәй яҡтарынан. Өс бала үҫтек. Мин — олоһо. Заманынды гөр килеп торған Уҫаҡлы мәктәбендә 1-сенән 10-сы класҡа тиклем белем алдым. 11-сене Баҡалдыла бөттөм. Артабан Өфөнөң политехник колледжында корректор һөнәрен үҙләштерҙем. Шул осорҙа буласаҡ тормош иптәшем Радик Сөнәғәт улы менән ныҡлап дуҫлашып киттек. Ул — Баҡалды егете. Бер-беребеҙҙе оҡшатҡас, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай 2001 йылда өйләнештек. Аллаға шөкөр, бөгөн бынамын тигән итеп йәшәп ятабыҙ. Юлиә, Ләйсән һәм Рөстәм исемле балаларыбыҙ бар. Ҡыҙҙарыбыҙҙың икеһе лә Өфө иҡтисад колледжын тамамланы. Юлиә Өфөлә Уралсиб банкына урынлашты, ә Ләйсән матурлыҡ индустрияһын үҙ итеп, шәхси эшен асты. Беҙҙән матди ярҙам һорағандары юҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин итә, аҡсаларын йыйнап тотона. Икеһенең дә киләсәккә ҡыйыу пландары бар, иншалла, ниәттәре тормошҡа ашһын. Бәләкәйҙән хужалыҡта, йорт эштәрендә бергәләшеп үҫкәнгәлер, өсөһө лә ярҙамсыл, тырыш, мәғәнәле, башлаған эштәрен еренә еткерә. Уларҙың булдыҡлы, сәмсел булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ҡайһы саҡ аптырап ҡуям, көндәлек ығы-зығынан бушамаған саҡта, шундай тәрбиәне нисек биреп өлгөргәнбеҙ икән, тип. Шуны иҫтә тотоу мөһим, үҙ-ара нисек аралашаһың, ниндәй хәбәрҙәр һөйләйһең, уйҙар уйлайһың, эштәр башҡараһың — балаларыбыҙ киләсәктә шуны сағылдыра.
Улыбыҙ быйыл 8-се класты тамамланы. Атаһынан күрмәксе техника ярата. Заман балалары кеүек буш ваҡытында компьютер серҙәрен үҙләштерә. Апаларын тыңлап, беҙҙең ҡушҡандарҙы үтәп кенә тора. Бергәләп тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Үҙем дә, ҡыҙҙарым да ҡул эштәренә, йыр-моңға, аш-һыу әҙерләүгә маһир.
Ирем бар нимәгә лә оҫта: иретеп йәбештерһенме, ағастан берәй нәмә эшләһенме, төҙөһөнмө — “һә” тигәнсе теүәлләп ҡуя. Йортобоҙҙо ла үҙе яйлап һала. Радик һөнәре буйынса — машинист-экскаваторсы. Байтаҡ йылдар Себер тарафтарында тир түкте. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһының “ДЭП” ойошмаһына күсте. Иптәшем һунарсылыҡ менән шөғөлләнә, урман гиҙергә тиһәң, уға ҡуш.
Ир кеше ауыр холоҡло, йүнсел, ә ҡатын-ҡыҙ сабыр, аҡыллы, итәғәтле, тоғро ҡалғанда ғаиләнең нигеҙе ныҡлы. Донъя көткәндә төрлө хәлдәр, күңел торошо булғылай бит. Тап бына шундай мәлдәрҙә ир менән ҡатын етди һынау үтә. Аҡыл, һалҡын баш менән эш иткәндә аңлашмаусанлыҡ ыңғай хәл ителә, болоттар тарала. Ғаиләләге мөхит ҡатын-ҡыҙҙың кәйефенә ныҡ бәйле. Минеңсә, иреңдең, балаларыңдың бәхетен, именлеген, сәләмәтлеген теләгән һәр гүзәл зат ғаилә усағын дәртләндереп, ут өҫтәп торорға, оҫта ойошторорға, етәкселек итергә тейеш. Ир — баш, ҡытын — муйын бит. Муйын ҡайһы яҡҡа теләй, баш шул яҡҡа борола. Шуға күрә ғаилә бәхете ҡатын-ҡыҙҙан тора.
Хоҙайҙан көн һайын булған бәхетемдән айырмауын һорайым. Сөнки яҡындарыңдың иҫән-һау булыуы, һайлаған йәрең менән менән тигеҙ, татыу ғүмер итеү, балаларҙың көндәлек сыр-сыуҙарына ҡыуаныу үҙе бәхет! Эштән арып-талып киткәндә лә, сирләп алғанда ла бер йылы һүҙҙәре йәшәүгә көс-дәрт уята. Бер ниндәй ҙур байлыҡ та ғаилә наҙын, йылылығын алмаштыра алмай.
Йәштәр, ғаиләләребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Тормош көтөү — ул ҡатмарлы, мәшәҡәтле, ләкин ҡыуаныс менән тулы көнитмеш. Бер-беребеҙҙе бәхетле итеү өсөн тырышайыҡ, күңелдәрҙе ҡырмай, йылы һүҙҙәр әйтеп, матур итеп йәшәйек. Ғаиләләребеҙ имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын! Бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә! — тип матур, төплө фекерҙәрен еткерҙе әңгәмәсем.
Дилара Фәтихова.
Фотолар — ғаилә архивынан.