Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
22 Июня 2023, 11:29

“Мин ситтә ҡала алманым”

Украинала барған махсус хәрби операцияла контракт хеҙмәтен үтәүселәрҙең бер төркөмө республикаға ҡайтты.

“Мин ситтә ҡала алманым”“Мин ситтә ҡала алманым”
“Мин ситтә ҡала алманым”

Украинала барған махсус хәрби операцияла контракт хеҙмәтен үтәүселәрҙең бер төркөмө республикаға ҡайтты. Улар араһында яҡташыбыҙ Вадим да (исеме үҙгәртелде) бар. 

Вадим бөгөн хәрби операция зонаһының иң ҡыҙыу нөктәләренең береһендә хеҙмәт итә. Тыуған еренән, ғаиләһенән айырылғанына ярты йылдан да күп ваҡыт үтеп киткән.

— Ялға ҡайтасағым тураһында ишеткәс, башта ышанмай торҙом. Ныҡ ҡыуандым. Ниһайәт, ата-әсәйемде, туғандарымды күреү бәхете ҡанатландырҙы. Ситтә, етмәһә, аяныслы ваҡиғалар ағышында яҡындарыңдың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ тояһың, — тип һүҙ башланы геройым теләр-теләмәҫ кенә.

Вадим өлөшләтә мобилизация башланғас та хәрби комиссариатҡа барып ҡыҫҡа ваҡытлы контракт төҙөгән. “Мин ситтә ҡала алманым. Байтаҡ таныштарым, иптәш егеттәрем хәрби зонаға ебәрелгәндә ни эшләп уларҙан ҡалырға тейешмен?” — тинем, тип хәтерләй ир-егет. Артабан башҡа контрактсылар менән бергә хәрби яраштырыуға ебәрелә. Ваҡыт  тиҙ үтә. Бер нисә айҙан  иптәштәре менән икенсе урынға күсерелә.

— Беҙҙе яҡшы ҡабул иттеләр. Мин үҙемдең ротам, командирҙарым менән таныштым. Полигонда беҙҙең менән хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһе булған инструкторҙар эшләне. Улар яу яланындағы тактикаға һәм тәртипкә ҙур иғтибар бүлде.

Һуғыш  армияла хеҙмәт иткәндәге хәрби күнекмәләрҙән бер аҙ айырыла. Дошман яңы техника ҡулланыу сәбәпле, тиҙ арала яңы технологиялар менән эш итеүҙе үҙләштерергә кәрәк. Барыбыҙ ҙа үҙенсәлекле һалдат булып киттек — бронетехника менән дә,   уҡсылар ҡоралы һәм башҡалар менән дә эш итә беләбеҙ. Хәрби бәрелештәр ваҡытында былар мөһим. Подразделениела бер-беребеҙҙе тулыһынса алмаштырыу мөмкинлеге бар.

Тыуған яҡтан ебәрелгән матди һәм рухи ярҙам бөгөн урынлы. Башҡортостан, бигерәк тә  районыбыҙ йыйып ебәргән  гуманитар ылауҙар һалдаттарға барып етә. Яҡташтарға, ирекмәндәргә, ғаиләләребеҙгә ҙур рәхмәт.

Ротала төрлө йәштәге ир-уҙамандар хеҙмәт итә. Уларҙың һәр береһенең үҙ тәжрибәһе, үҙ характеры. Әммә барыһын да бер ҙур маҡсат берләштерә — еңеү менән ҡайтыу. Беҙ егеттәр менән бер туған, бер команда булып йәшәйбеҙ. Алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы аңлайбыҙ һәм уларҙы үтәйбеҙ, сөнки беҙҙә Ватанды һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ ята.

 Минең өсөн Тыуған ил — ул минең ғаиләм, дуҫтарым, районым. Тыуған ил — ул бөтә Рәсәй. Әле мин өйҙә, ғаиләм эргәһендә, әммә күңелем һәм йөрәгем менән хәрби дуҫтарым янында,  — тип йылмайып һөйләй һалдат.

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас