Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Июня 2023, 10:07

Шиғыры йыйынтыҡҡа индерелде

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 90 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләне.

Шиғыры йыйынтыҡҡа индерелдеШиғыры йыйынтыҡҡа индерелде
Шиғыры йыйынтыҡҡа индерелде

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 90 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан ул алдан “Салауат театрына гимн” шиғырҙар конкурсы иғлан иткәйне. Был ижади бәйгелә билдәле яҙыусылар, һәләтле ололар, йәштәр һәм балалар ҡатнашты. Билдәләнгән ваҡытҡа театрға матур,  йөкмәткеле, театрҙың тарихына, ижадына, сәхнә йондоҙҙарына бәйле тәрән мәғәнәле  ижад емештәре йүнәлтелде.

Билдәле яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр шағир Раушан Хәзиәхмәтов та ошо ярышта үҙен һанап ҡараны һәм уның шиғыры финалға сыҡты.   Театрҙың художество  советы әҫәрҙәрҙең барыһын да ҡат-ҡат уҡып, тикшерҙе. Иң-иңде һайлап алыу еңелдән булманы. Һөҙөмтәлә, гимндың авторы тип шағир-журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәр Үтәбәй табылды. Ҡалған шиғырҙар, шул иҫәптән Раушан Хәзиәхмәтовтыҡы ла  “Салауат театрына арналған шиғырҙар” тип аталған йыйынтыҡҡа индерелде. Был әҫәрҙәргә композиторҙар көй яҙып, улар оҙаҡламай республикабыҙ сәхнәләрендә яңғыраясаҡ.

Р.Хәзиәхмәтов Салауат башҡорт дәүләт драма театрының “Мөғжизәләр иле — театр” тип аталған юбилей кисәһенә саҡырылып, махсус диплом, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

Дилара Янбаева.

Р.Хәзиәхмәтов тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас