

Быға тиклем 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө Рәсәй президенты бойороғона ярашлы июндең һуңғы шәмбеһе билдәләнә.
Тирәкле ауылында матур итеп донъя көткән Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы менән Миңнулла Ғәбделхай улы Ғәниевтарҙың дуҫ, өлгөлө ғаиләһен районда белмәгән кеше юҡтыр. Ябай башҡорт ғаиләһе балаларын милли рухта, хеҙмәткә, тыуған ергә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, спортҡа, белемгә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Улдары: Иршат, Илһам, Инсаф, Илназ һәм ҡыҙҙары Гөлназ бөгөн уларҙың ғорурлығы, ышаныслы киләсәге.
— Баланы тыуғас та тәрбиәләргә кәрәк, һуңға ҡалдырырға ярамай. Ҡатын-ҡыҙ — ғаилә тотҡаһы, уты, тап беҙ ғаиләбеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы мөхәббәт, наҙ менән уратабыҙ. Тормош һин теләгәнсә генә бармаһа ла, әсә балаларына ла, иренә лә терәк булырға, сабырлыҡ, түҙемлек һаҡларға тейеш. Балалар ата-әсәнән өлгө ала, ҡылыҡтарҙы, уй-фекерҙәрҙе үҙенә һеңдерә. Был йәһәттән ирем менән яҡшы үрнәк күрһәтергә тырышабыҙ. Ололарҙы ихтирам итергә, атай, инәй абруйын күтәрергә, уларҙың фатихаһын алырға, рәнйетмәҫкә, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләрен юғалтмаҫҡа, дауам итергә өйрәтеп торабыҙ, — ти Гөлсинә Хәбибулла ҡыҙы.
Ысынлап та, Ғәниевтарҙың балалары итәғәтле, ихтирамлы, эшсән һәм киң күңелле булыуҙары менән үҙҙәренә йәлеп итә. Уларҙың һәр береһен тик маҡтап ҡына телгә алғы килә. Бөгөн мин уларҙың икенсе улдары — Илһам тураһында яҙып үтмәксемен.
Илһам Миңнулла улы 1989 йылдың 18 декабрендә тыуған. Иршат ағаһына эйәреп иртә йәштән уҡырға, яҙырға өйрәнә, мәктәпкә барырға ашҡынып тора. Бәләкәйҙән уйынсыҡтарын һүтеп-йыйыу, конструкторҙар ярҙамында нимәлер төҙөү, уйлап сығарыу менән мауыға. Белем усағында иң һәләтле, өлгөр, әүҙем уҡыусыларҙан һанала. Математика, физика, химия, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, биология фәндәрен үҙ итә. 2007 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө авиация университетына уҡырға инә. 2009—2010 йылдарҙа Калининград ҡалаһында хәрби моряк булып Ватан алдында изге бурысын үтәй.
Ҡайтҡас, юғары белем алыуын дауам итә. Бында ла Илһам иң алдынғы студенттар рәтендә йөрөй. Университет тормошонда ҡайнап йәшәгән егетте төрлө спорт, мәҙәни, йәмәғәт сараларында күрергә мөмкин була. Иптәштәре, уҡытыусылары араһында абруй ҡаҙана. “Булыр бала — бишектән”, тигәндәй Илһам Ғәниевҡа остаздары ҙур өмөттәр бағлай, буласаҡ һәләтле йәш белгескә ҡала предприятиеларынан алдан уҡ һорау көсәйә. Ҡулына диплом алғас та йүнәлтмә буйынса Өфө маторҙар төҙөү берекмәһенә эшкә ебәрелә. 2012 йылдан бөгөнгә тиклем ул ошонда тир түгә.
Өфө маторҙар төҙөү берекмәһе бөгөн йәштәр өсөн ышаныслы тыл. Бында тырыш хеҙмәткәрҙәрҙе һәр саҡ хуплап торалар, уларға үҫеш өсөн бәтә уңайлы шарттар булдырылған. Илһам да бер нисә йыл эшләгәндән һуң, ябай хеҙмәткәрҙән технологик йыһазландырыу бүлегенең конструкторҙар бюроһы начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Яҡташыбыҙ бик яуаплы эштәр башҡара. Проектлауҙа техник иҫәпләүҙәр үткәреү, файҙаланыу буйынса инструкциялар төҙөү, йыйыу схемалары, конструкциялар эшләү, аңлатмалы яҙмалар, паспорттар, техник шарттар булдырыу һәм башҡа мөһим бурыстар уның иңендә. Етәкселек тә хеҙмәтен юғары баһалай — әленән-әле Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм башҡа дәртләндереү саралары менән һәләтле йәш белгесте күтәрә. Уның фоторәсеме УМПО-ның Почет таҡтаһына беркетелгән. 2022 йылда “Иң яҡшы йәш белгес” конкурсында еңеү яулай. Ул етәкләгән бюро яҡшы һөҙәмтәләр, уңыштар менән тик алдынғы рәттә килә.
2018 йылда кәләше Айгөл менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Хәләл ефете Ырымбур яҡтарынан. Улар Әминә һәм Дамир исемле балалар үҫтерәләр. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғаилә төшөнсәһе хаҡында бик аҡыллы фекер йөрөтәләр. Быға икеһенең дә өлгөлө ғаиләнән сығыуы булышлыҡ итә, күрәһең. Ғәниевтар әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Үҙҙәре лә, балалары ла сәләмәт тормош рәүеше яҡлы. Ҡышын саңғыға баҫалар, йәйен ауылға ҡайтып яҡындарына ярҙам итәләр, тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә ваҡыт табалар.
Илһам Ғәниевтың ата-әсәһенән алған тыныс холҡо, тырышлығы, оҫталыҡтары балаларына ла күсер. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тиҙәр бит.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.