

Рәсәйҙә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн, ғәҙәттәгесә, июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр. Ул кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалған табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, медицинаға ҡатнашы булғандарҙың һәммәһе өсөн дә мөһим байрам.
Районыбыҙҙың үҙәк дауаханаһында, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында шәфҡәтле, һиҙгер йөрәкле, шифалы ҡуллы, тырыш, намыҫлы, һәләтле һәм үҙ эштәрен ихлас яратҡан, хөрмәт иткән хеҙмәткәрҙәр тир түгә. Үткән йома үҙҙәренең һөнәри байрамы уңайынан улар район мәҙәниәт йортона йыйылды.
Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин изге һөнәр эйәләрен тәбрикләп түбәндәгеләрҙе әйтте:
— Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым, еңел булмаған һәм яуаплы, әммә беҙҙең өсөн бик кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн тәрән рәхмәтемде белдерәм.
Табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, санитарҙар, фармацевтар, Архангел районының һаулыҡ һаҡлау системаһы менән бәйле булғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Һеҙҙең һөнәр — ул булмыш, һеҙ мөһим миссия алып бараһығыҙ, ул ҙур иғтибар һәм түҙемлек талап итә. Һеҙ ауырыуҙарға юл ҡуймайһығыҙ, кеше ғүмерен ҡотҡараһығыҙ. Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, уңыштар, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! — тине.
Артабан Айрат Закир улы Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеүгә бәйле һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, хеҙмәт бурыстарын сифатлы үтәгәне өсөн Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хатын Зарина Бүләковаға (Казанка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры), “Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” күкрәк билдәһен Людмила Арцышевичҡа (үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы), Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрының Маҡтау грамотаһын Рәмилә Банниковаға (Михайловка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры), Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты менән Гүзәл Мисюковаға (табип-невролог), күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү хөрмәтенә район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын Дания Листковаға (Яңы Шәрәй фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры), Филизә Ғөбәйҙуллинаға (үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы), Диана Рудзитҡа (үҙәк район дауаханаһының теш табибы), Зәйтүнә Фәхритдиноваға (үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегенең шәфҡәт туташы) тапшырҙы.
Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү хөрмәтенә район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән Екатерина Бердникованы (балалар табибы), Әлфиә Ғафарованы (үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегенең шәфҡәт туташы), Наталья Думченконы (үҙәк район дауаханаһының теш дауалау бүлегенең шәфҡәт туташы), Гөлсара Йосопованы (үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенең шәфҡәт туташы) бүләкләне.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү хөрмәтенә Архангел үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән Динара Ибраһимованы (үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлегенең шәфҡәт туташы), Елена Надееваны (фельдшер-лаборант), Наталья Погорелованы (үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенең шәфҡәт туташы), Нәзирә Кудряшованы (үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлегенең шәфҡәт туташы), Анна Швейкинаны (үҙәк район дауаханаһының психотерапия бүлегенең шәфҡәт туташы), Хәлит Степановты (табип-психиатр), Мария Нуриманованы (табип-невролог), Гүзәл Юламанованы (үҙәк район дауаханаһының прививкалар эшләү бүлмәһенең шәфҡәт туташы), Наталья Ринкманды (үҙәк район дауаханаһының табип- эндокринолог бүлмәһенең шәфҡәт туташы), Альбина Әбдрәхмәнованы (участка шәфҡәт туташы), Марина Киселеваны (рентгенолаборант), Гөлшат Кинйәбаеваны (табип-акушер-гинеколог), Венера Мостафинаны (табип-терапевт), Айбулат Садиҡовты (табип-травматолог-ортопед), Нәзирә Борханованы (Аҙау фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры), Динара Ташбулатованы (үҙәк район дауаханаһының теш дауалау бүлегенең шәфҡәт туташы), Әлфира Фәйзуллинаны (йыйыштырыусы) һәм башҡаларҙы билдәләне.
Үҙәк район дауаханаһының беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Лира Меркулова дауахананың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү хөрмәтенә профсоюз ойошмаһының Маҡтау грамоталарын Лидия Ҡәйүмоваға (табип-эпидемиолог ярҙамсыһы), Римма Иштуғановаға (йыйыштырыусы), Анжела Бәҙретдиноваға (хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес), Алина Әбдрәшитоваға (табип-анестезиолог-реаниматолог), Элиза Баязитоваға (участка шәфҡәт туташы), Альбина Әбдрәхманова (участка шәфҡәт туташы) һәм башҡаларға юлланы.
Үҙәк район дауаханаһының беренсел махсус медик-санитар ярҙам итеү бүлегенең мөдире Суфия Әбүбәкерова яңы хеҙмәткәрҙәр менән таныштырҙы: Альбина Хоҙайғолова (балалар табибы), Олег Шваб (табип-рентгенолог), Александр Меркулов (теш табибы-хирург), Юлиә Әхмәтшина (шәфҡәт туташы), Эльвира Байгилдина (Абҙан фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры).
Үҙәк район дауаханаһының баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Кинйәбаева Маҡтау ҡағыҙҙарын Венера Солтановаға (Ҡыҫынды фельдшер-акушерлыҡ пункты акушеры), Азалия Арслановаға (Зәйет фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры), Венера Вәлиеваға (Родинка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры), Людмила Титоваға (Троицкий фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры) тапшырҙы.
Рәсми өлөштән һуң, концерт программаһы тәҡдим ителде. Мәҙәниәт йортоноң артистары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең күңелле сығыштары байрам тантанаһын уғата йәмләне. Һәр номер көслө алҡыштар менән оҙатылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Илмир Ҡаһарманов фотоһы.