

Уҡыу йылы тамамланыу менән белем усаҡтарында көндөҙгө ял итеү лагерҙары үҙ эштәрен башлап ебәрҙе. Йыл һайын уларҙың эшмәкәрлеге көйләнә, был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән педагогтар балаларҙың ваҡытын файҙалы һәм күңелле уҙғарыу өсөн төрлө ҡыҙыҡлы программалар уйлай, осрашыуҙар, байрамдар, конкурстар, экскурсиялар ойоштора.
Тирәкле мәктәбе уҡытыусылары Рәфинә Ғәлиәкбәрова, Алиса Юламанова лагерҙа ял итеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар менән район үҙәгенең иҫтәлекле урындарына, шул иҫәптән Архангел мәғлүмәт үҙәгенә (“Инйәр” һәм “Архангельский вестник” гәзиттәре редакцияларына) сәйәхәт ҡылды. Балалар Үрге быуа буйы буйлап йөрөнө, ундағы аҡҡоштарҙы, ҡыр өйрәктәрен күҙәтте, артабан юл ыңғайы редакцияға ла инде. Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова уларға район баҫмалары тураһында һөйләне, тарихҡа байҡау яһаны. Гәзит булып сыҡҡанға тиклем ниндәй эштәр башҡарылыуын күрһәтте, хеҙмәткәрҙәр менән таныштырҙы. Уҡыусылар һәр бүлмәгә инеп, хәбәрселәр, инженер-версткалаусылар, фотографтар һәм башҡалар менән әңгәмәләште, һорауҙар бирҙе. Кескәйҙәргә хатта педагогик хеҙмәт ветераны, шағирә Роза Ғәббәсова ла тап булды. Балаларға гәзит сығарыу, мәҡәләләр яҙыу, геройҙар эҙләү, халыҡ араһына, ауылдарға сығып, бәйләнеш тотоу хаҡында бәйән итеү оҡшаны буғай. Ҡайһы берҙәре хатта киләсәктә хәбәрсе булырға теләүҙәрен белдерҙе. Осрашыу күңелле һәм файҙалы уҙҙы. Башҡаларҙы ла үҙебеҙҙә ҡунаҡта көтәбеҙ.
Дилара Фәтихова.
Автор фотоһы.