

Ҡарышлауыҡ урмандарҙағы ағастарҙы ғына түгел, баҡсалағы емеш-еләктәрҙе лә ҡорота.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә быйыл парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауығы майҙанын 650-нән 390 мең гектарға тиклем кәметеүгә өлгәшеүҙәре хаҡында һөйләне. Ҡарышлауыҡ урмандарға ғына түгел, баҡсаларға ла һөжүм итеп, 300 төргә тиклем үҫемлекте зарарлай. Республикала бөжәктәрҙең урман фондында үрсеү сығанаҡтары 16 район биләмәһендә 400 мең гектарҙан аҙыраҡ майҙанда теркәлгән. Республика биләмәһендә 67 мең гектарҙан ашыу майҙан ҡоротҡостарҙан эшкәртелгән (ете районды үҙ эсенә ала) .
Парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтарының һаны үҫентеләрҙең тереклегенә ҡурҡыныс янамаған урындарҙа ағыулау саралары башҡарылмай. Шулай уҡ тораҡ пункттар, баҡсалар, һыу ятҡылыҡтары һәм балалар лагерҙары тирәләй эшкәртеү алып барырға ярамай. Санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, ауылдарҙың, һыу менән файҙаланыу сығанаҡтарының һәм ял итеү урындарының алыҫлығы 300 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.
Белгестәрҙең баһаһы буйынса, алдағы ике аҙнала ҡарышлауыҡтар япраҡтар менән туҡланыуҙан туҡтаясаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға ҡушты.
Ҡарышлауыҡтар баҡса ағастарын бер миҙгелдә юҡ итергә, уңышты кәметергә һәләтле. Улар менән нисек көрәшергә? Ныҡ көс һалғанда, ҡоротҡостан ҡотолорға мөмкин.
Иң ябай ысул — ҡул менән йыйырға, йомортҡаларын ҡабыҡ араһынан сығарып тапарға йәки яндырырға.
Ҡарышлауыҡтарға ҡаршы биопрепараттар
Емеш ағастары үҫкән дача участкаһында биологик препараттарҙы ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы. Уларҙың әүҙем компоненттары булып эске ағзаларҙың йәки микроорганизмдарҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарын юҡ итеүсе бактериялар тора. Препарат эшмәкәрлеген шунда уҡ башлай, һөҙөмтәне 7-10 көн эсендә күреп була. Ул 14 тәүлек тирәһе дауам итә, ләкин ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәне юҡҡа сығарасаҡ. Үҫемлек сәскә атҡанда ағыулау тыйыла.
Белешмә өсөн
Алмағасты иҫкәртеү өсөн айына бер, ә көрәш маҡсатында — ике тапҡыр эшкәртеү зарур. Ямғырһыҙ көндәрҙә “Фитоверм”, “Лепидоцид”, “Искра био”, “Энтобактерин”, “Битоксибацилин”, “Дендробацилин” кеүек биологик препараттарҙы һиптерәләр.
Инсектицидтар
Көрәштең химик алымдары бер нисә көн эсендә теләгән һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген бирә. Һиптерткәндән һуң ике сәғәт үткәс, ҡарышлауыҡтың күбәләктәре, ә ай дауамында личинкалары юҡ ителә. Тәүҙә ағыу организмға бәйләнеш юлы менән үтеп инә, нервы системаһы эшен зарарлай, мускулдар фалижынан һуң ҡарышлауыҡ үлә. Үҫемлектәр ағыулы матдәне һеңдергәс, “ҡомһоҙҙар” туҡланыу ваҡытында һәләк була. Был интенсив сараны емеш ағастарында миҙгел эсендә ике тапҡыр ҡулланырға кәңәш ителмәй. Иртә яҙ бер тапҡыр эшкәртеү хәйерле. Олонон көҙгөһөн зарарһыҙландырыу һөҙөмтәһеҙ, сөнки ҡарышлауыҡтың йомортҡаһына бындай сара тәьҫир итмәй.
Инсектицидтар менән эшләгәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә — тын алыу юлдарын, ауыҙҙы, күҙҙе, тирене һаҡларға кәрәк. Кире осраҡта аллергик реакция, төрлө кимәлдәге интоксикация барлыҡҡа килә.
Баҡсасылар “Актеллик”, “Актара”, “Карбофос”, “Фуфнон” препараттарын иң яҡшылар тип атай. Ағыуҙар көрәштең башҡа ысулдары ярҙам итмәгән кисектергеһеҙ осраҡтарҙа ҡулланыла.
Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштең халыҡ ысулдары
Парһыҙ ебәк күбәләгенең ҡарышлауыҡтары менән көслө еҫле үҫемлек ҡайнатмалары, хужалыҡ һабыны, ағас көлө, аш һеркәһе, нашатыр спирты ярҙамында көрәшергә мөмкин. Һабын япраҡтарҙа әүҙем компоненттарҙы һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ йоҡа пленка булдырыу өсөн кәрәк, был туҡланыу процесын ҡыйынлаштыра. Тәбиғи хужалыҡ һабынын барлыҡ халыҡ ысулдарында ла ҡулланалар.
Япраҡтарға һиптерер өсөн: бер литр һыуға 200 мл аш һеркәһе, шулай уҡ бер литр һыуға 10 мл аммиак, йәки һарымһаҡ төнәтмәһе эшләп, өҫтәргә (1000 мл һыуға бер стакан ваҡлап туралған һарымһаҡ). Ағас көлө — һыуға көл, һабын өҫтәйҙәр һәм ныҡ итеп бутайҙар. Әрем төнәтмәһенән дә ҡарышлауыҡтар ҡурҡа.
Венер Хажиәхмәтов,
район ветеринария станцияһы начальнигы.
Д.Бәҙретдинова фотоһы.