

Тимерғәли Ураҙғолов архангелдәргә Башҡортостан эшҡыуарҙар берлеге ирекмәндәр штабы етәксеһе, Өфө ҡалаһының эшҡыуарҙар союзы рәйестәше булараҡ билдәле. Махсус хәрби операцияла (МХО) ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыу һәм уларҙы оҙатыу менән шөғөлләнә. Әңгәмәсем мәшғүллеккә ҡарамаҫтан (Рәсәй көнө алдынан гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына сығырға йыйынғайны), бер нисә һорауға яуап бирергә ваҡыт тапты.
– Тимерғәли Рәлис улы, үҙегеҙҙең эшегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе?
– Мин — эшҡыуар, әммә һуңғы ваҡиғалар ағымында мине йышыраҡ ирекмәнлек һәм хәйриәлек менән шөғөлләнеүсе итеп беләләр. Был өлкәлә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары менән берлектәге эшебеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итте. Беҙҙең тәжрибә миҫалында бизнес-мөхит һәм дәүләт органдары мөмкинлектәрен берләштереү республиканың башҡа райондары өсөн дә файҙалы булыр ине.
Тормошомдоң икенсе яғы республиканан махсус хәрби зонала ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороу һәм ылауҙарҙы оҙатыу менән тығыҙ бәйләнгән. Тәү сиратта, беҙ яугирҙәрҙең теләктәрен иҫәпкә алабыҙ, шәхси посылкаларҙы алып барабыҙ, шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ.
Мәҫәлән, бер ғаиләгә мунса төҙөп бөтөргә ярҙам иттек, икенсеһенә утын алып килеп, ярып, өйөп ҡуйҙыҡ. Йыш ҡына кемгәлер юридик йәки психологик ярҙам да кәрәк, бында штаб ҡатмарлы хәлдә булғандарға профессиональ ярҙам күрһәтә.
Йыш ҡына МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн льготаларға ҡағылышлы һорауҙар тыуа. Ошо йәһәттән кешеләргә ихлас ярҙам итәм, мәсьәләләр менән етди шөғөлләнәм.
–Архангел районы һеҙҙең өсөн “үҙегеҙҙеке”ме?
– Эйе, Архангел районында эшмәкәрлек объекттарым урынлашҡан. Мин үҙемде социаль йүнәлештәге эшҡыуарҙар менән бәйләйем. Ошо биләмәлә тир түккәнгә күрә, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итәсәк проекттарҙы тормошҡа ашырырға тырышам.
– Был проекттар тураһында бер нисә һөйләм...
– Шуларҙың береһе — “Эшҡыуарҙар аллеяһы”. Беҙ уға былтыр хеҙмәттәштәребеҙ менән нигеҙ һалдыҡ. Ағастар үҫкәс, халыҡҡа ял итеү өсөн матур урын буласаҡ. Архангел районында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкиленең йәмәғәт ярҙамсыһы булып торам.
– Ниндәй эштәрегеҙ менән ғорурланаһығыҙ?
– Ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәйем. Пандемия ваҡытында Өфө эшҡыуарҙары менән берлектә аҙыҡ-түлек йыйылмалары туплап, күп балалы ғаиләләргә, пенсионерҙарға ярҙам иттек, дауаханаларҙы дезинфекция саралары һәм медикаменттар менән тәьмин итеүҙә тос өлөш индерҙек. Райондарҙа “Ғаилә” үҙәктәре бар, улар менән күптәнге дуҫтарбыҙ, шулай уҡ айырым ғаиләләрҙе иғтибарҙан сығармайым.
Былтыр, 22 сентябрҙә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, эшҡыуарҙар союзы менән тиҙ арала яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеү өсөн гуманитар конвой йыйыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары вәкилдәре менән тәүге рейс 25 сентябрҙә хәрби яраштырыу урындарына юлланды. Беҙ мобилизацияланғандар ашығыс рәүештә алырға өлгөрмәгән кәрәкле әйберҙәрҙе алып барҙыҡ.
Бынан һуң БР эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы булдырылды, ул гуманитар ылауҙар ойоштороу менән шөғөлләнә. Бөгөнгәсә 17 гуманитар рейс яһалған. Хәҙер был минең төп эшмәкәрлегем. Был сауаплы эштә теләктәштәрем, юлдаштарым етерлек.
– Үҙегеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, мауығыуҙарығыҙ, ғаиләгеҙ тураһында һөйләгеҙсе.
– Күп балалы ғаиләлә өлкән бала булып тыуғанмын. Минең тағы ла дүрт кесе туғандарым бар. Атайым Рәлис Ураҙғолов — республикала билдәле яҙыусы, публицист, китаптар авторы. Ул китап уҡыуға, белемгә, донъяны өйрәнеүгә, рухи мираҫҡа һөйөү орлоҡтарын сәсте. Барыбыҙҙы ла илһөйәрлек рухында, тамырҙарыбыҙға, туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә тәрән ихтирам тәрбиәләп үҫтерҙе. Үҙ ғаиләмдә лә быға ҙур иғтибар бирәм.
Хәләл ефетем менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйбеҙ. Буш ваҡыттарыбыҙ күп булмаһа ла, тыуған республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Башҡортостанда матур һәм күренекле урындар һанап бөткөһөҙ. Байтағында булдыҡ, әммә күрмәгән, бармаған урындар ҙа бар әле.
– Әңгәмәләшеүгә ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә.
P.S. Мәҡәлә әҙерләнгән арала, яҡшы хәбәрҙәр килеп етте. Геройыбыҙ һалдаттарыбыҙ янына гумконвой менән барып та еткән. Тимерғәли Ураҙғолов егеттәребеҙҙең Рәсәй көнө менән ҡотлау видеоһын да ебәргән.
“Беҙ хәрбиҙәргә ике УАЗик (“буханка”), УАЗ Бобик, тепловизорҙар, төҙөлөш материалдары, шәхси гигиена сараларын килтерҙек”, – тип яҙҙы Тимерғәли Рәлис улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. “Шулай уҡ яугирҙәргә һанлы рациялар, уларға аккумуляторҙар, рация өсөн USB-программалаусылар, радиосығарыу комплекты, биноклдәр, тепловизия прицелы, бысҡылар, квадрокоптер, шулай уҡ запас частәр, автомобилдәргә майҙар файҙаланыуға тапшырылды.
Һәм, әлбиттә, яҡындарынан шәхси посылкаларҙы еткерҙек. Йыйымдарға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!” — тип яҙа ул.
Беҙ барыбыҙ ҙа яуап итеп, Тимерғәли Рәлис улы һеҙгә, башлаған һәм алып барған изге эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Дилара Янбаева.
Фото — ғаилә архивынан.