Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Июня 2023, 11:13

Рәсәй — Тыуған илебеҙ,беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

12 июнь — Рәсәй көнө. Ошо байрам уңайынан районда аҙна дауамында төрлө саралар ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй — Тыуған илебеҙ,беҙҙең оло Ватаныбыҙ!Рәсәй — Тыуған илебеҙ,беҙҙең оло Ватаныбыҙ!
Рәсәй — Тыуған илебеҙ,беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

12 июнь — Рәсәй көнө. Ошо байрам уңайынан районда аҙна дауамында төрлө саралар ойошторолдо. Унда халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, мәҙәни усаҡтарҙа, йәйге лагерҙарҙа, китапханаларҙа һәм башҡа ойошмаларҙа Рәсәй көнө сиктәрендә ярыштар, иртәлектәр, уйындар, күргәҙмәләр, байрам концерттары гөрләп үтте.

Район мәҙәниәт йортонда ла бай йөкмәткеле музыкаль кисә уҙҙы. Тамаша Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһын гимндары менән башланды. Артабан район Советы рәйесе Леонид Семенчук барыһын да мөһим байрам менән тәбрик итте, тыныс күк йөҙө, ғаилә именлеге, уңыштар теләне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Фәтҡуллин традицион рухи, әхлаҡи, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре һәм милләт-ара дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыу буйынса уңышлы эшмәкәрлектәре өсөн Р.М.Мөхәмәтйәрованы (район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” бейеү ансамбле етәксеһе), Г.С.Ташбулатованы (Тәүәкәс ауылы китапханасыһы),  Г.Л.Аҫылбаеваны (Тәүәкәс мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), С.М.Мағазованы (район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе),  Н.П.Осокинаны (Казанка ауылы  клубының художество етәксеһе), Е.И.Казанцеваны (Максим Горький ауылының художество етәксеһе), Т.Н.Звереваны (Ҡыҙыл Еҙем мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе) Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

 

Район мәҙәниәт йорто артистары, яҡташыбыҙ — халыҡ-ара, республика, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Радмир Хәсәнов башҡарыуындағы номерҙар тамашасыларға күтәренке кәйеф бүләк итте.

Концертҡа баш ҡаланан протодиакон Максим Коробицын да саҡырылды. Ул барыбыҙға ла үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусы йырсы-импровизатор булараҡ билдәле.  Репертуарында  тыуған ерҙең, тәбиғәттең матурлығы, ғаилә ҡиммәттәре, һөйөү тураһында йырҙары байтаҡ. Был юлы ла М.Коробицын архангелдәрҙе А. Пахмутова, Н.Добронравов, М.Таривердиев, Р.Рождественский, К.Франсуа ижад иткән һәм үҙенең йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Сәриә Мағазова,

район  мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Илмир Ҡаһарманов фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас