Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Июня 2023, 11:01

“Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө”

Йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында Арх-Латыш ауыл хакимиәтендә Рәсәй көнө сиктәрендә “Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө” уҙғарылды.

“Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө”“Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө”
“Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө”

Йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында Арх-Латыш ауыл хакимиәтендә Рәсәй көнө сиктәрендә “Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө” уҙғарылды. Осрашыуға 2023 йылғы яҙғы саҡырыу буйынса ашығыс хәрби хеҙмәткә әҙерләнгән егеттәр, уларҙың туғандары, дуҫтары һәм башҡа ауылдаштар йыйылды.

Арх-Латыш  ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илшат Латипов, Максим Горький ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлгөнә Хисмәтуллина, Горный ауылы аҡһаҡалы Ғәлимйән Иҫәнбаев йәштәргә тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.  Артабан иҫтәлекле урындарға: 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә һәм яугир Дмитрий Ивановтың мемориаль таҡтаташына сәскәләр һалыу ойошторолдо. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға йола буйынса бер ус тупраҡ тапшырылды. Егеттәрҙең әсәләре: “Намыҫлы хеҙмәт итеп, имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Донъялар тыныс булһын,”  — тип бик тулҡынландырғыс телмәрҙәрен еткерҙе. Өлкәндәрҙең барыһы ла буласаҡ һалдаттарға, үҙҙәренең олаталары, аталары һәм ағалары миҫалында Ватанды лайыҡлы һаҡлауҙарын теләне.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай  саралар бик кәрәк, улар дәртләндерә, илһөйәрлек тәрбиәләй. Йыйын  йылы мөхиттә сәй эсеү менән тамамланды.

Гөлгөнә Хисмәтуллина,

“Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе.

Максим Горький ауылы. 

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас