

Убалар ауылында күптәргә өлгө булырлыҡ уңған һәм матур ғаиләләр донъя көтә. Шундайҙарҙың береһе — Гөлназ һәм Азамат Абдуллиндарҙың ғаиләһе. Икеһе лә мөләйем йөҙлө, егәрлеләр, татлы теллеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер-береһенә шул тиклем тап килгәндәр. Әйткәндәй, Абдуллиндар быйыл “Инйәр” гәзите ойошторған “Иң матур пар” тип аталған фотоконкурста еңеүсе булды.
Гөлназ Мәхәмәт ҡыҙы Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында тыуған. Мәктәптән һуң ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыҡҡан. Убалар ауылы егете Азамат Мәхәмәтдин улы менән Ҡауарҙы ауылында клубта киске уйындарҙа таныша. Нескә билле, оҙон толомло, сибәр ҡыҙ егеттең йөрәген тәү күреүҙән үк яулап ала. Бәхетен ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй, тулҡынланһа ла бөтә ҡыйыулығын йыйып, Гөлназға башлап һүҙ ҡуша. Шулай башланып китә уларҙың ғаилә тарихы. Убалар менән Ҡауарҙы араһын көнөнә икешәр тапҡыр үткәне була егеттең. 1998 йылдың авгусында никах уҡытып, ноябрь айында туйлап та ҡуялар.
Йәштәр Убалар ауылында оя ҡора. Азамат урман хужалығында хеҙмәт итә, кәләше өйҙә балалар тәрбиәләй. Улар баштан уҡ күп итеп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр. Бөгөн дә ошо шөғөлдәрен дауам итеп, балаларына өйрәтәләр. Ауыл ерендә был кәсептәр, мәшәҡәттәре етерлек булһа ла, ярайһы уҡ яҡшы табыш килтерә. Балаларҙы үҫтергәндә, уҡытҡанда малһыҙ бер нисек тә булмай — лайыҡлы эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урыны юҡ. Шуға күрә хәлеңдән килһә йә ҡура тултырып мал аҫрайһың, йә ғаиләңде ҡалдырып “оҙон аҡса” артынан сит тарафтарға сығып китәһең...
Йүнсел ғаилә башлығы бар ергә лә өлгөр. Әле эшенә барып ҡайта, мал-тыуарын да ҡарай, утынын да әҙерләп, бураһын да бурап һатып ебәрә. Ғаиләһенә бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисерттермәй. Хужабикә лә сос, нимәгә генә тотонмаһын — бөтә эш ҡулынан килә. Йорт, ихата һәр саҡ тәртиптә, бар ерҙә бөхтәлек. Аш-һыуға килгәндә, яҡындарын әленән-әле яңы рецептар менән әҙерләнгән салаттар, аштар һәм башҡалар менән ҡыуандырып ҡына тора. Әйткәндәй, Гөлназ Мәхәмәт ҡыҙы бер нисә йыл элек Максим Горький мәктәбенең ашханаһында ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Унда ла гүзәл затты маҡтап ҡына телгә алалар.
Абдуллиндар тормоштарын йәмләттереп биш сабыйға ғүмер бирә: оло игеҙәк ҡыҙҙары Илүзә һәм Филүзә, Гөлдәр, Аяз һәм Динара. Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгә улар дуҫ, тырыш, хәстәрлекле, йомарт. Ололары кескәйҙәрен ҡарашып, ата-әсәһенең ышаныслы ярҙамсылары. Барлыҡ хужалыҡ эшенең мәғәнәһен, айышын беләләр. Мәктәптә лә тырышып уҡыуҙары, өлгөлө тәртиптәре менән айырылып торалар. Илүзә менән Филүзә Стәрлетамаҡта химия-технология колледжын тамамлағандар. Бөгөн Филүзә тормош иптәше Данил менән — Карелияла, ә Илүзә кейәүҙәре Земфир менән Өфөлә төпләнгән. Гөлдәр Өфөлә эш башҡарыусы һөнәрен үҙләштерә, яңыраҡ Арх-Латыш ауыл хакимиәтендә эш тәжрибәһе үтте. Аяз Максим Горький мәктәбенең — 5-се, ә Динара 1-се класында уҡый.
— Донъяуи мәшәҡәттәрҙән арынып, үҙебеҙ, балаларыбыҙ өсөн ваҡыт табабыҙ. Бергәләп ял итергә яратабыҙ. Өйҙә торғанда күмәкләшеп тәмле ризыҡтар бешерәбеҙ, урман-яландарға сығып әйләнәбеҙ, туғандарға ҡунаҡҡа барабыҙ. Йәгеһен баҡсала ауылыбыҙҙың гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып сәйҙәр эсеүе, кистәрен шешлек ҡыҙҙырыуҙары үҙе ни тора!
Ғаилә — ул йәшәүҙең мәғәнәһе, йылылыҡ, изге маҡсаттарға ынтылыу, һине яратҡан, хөрмәт иткән ғәзиз кешеләреңдең булыуына шатланып ғүмер итеү. Хоҙай Тәғәлә булғанынан айырмаһын. Был донъяла бер йәшәйбеҙ, шуға ваҡ-төйәккә үпкәләшмәй, дуҫ, берҙәм йәшәргә кәрәк, — ти Гөлназ ханым.
Ауылдарҙың киләсәге тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, тырышып донъя көткән Абдуллиндар тап шундайҙарҙан.
Ошо татыу, матур, ҡотло ғаилә ауылға йәм өҫтәй. Өлгөлө ғаиләләр — ауыл ҡото, илдең терәге лә, киләсәге лә, бөгөнгөһө лә.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.