Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Июня 2023, 11:43

Балалар баҡсаһынан — “Белем иле”нә!

Яңы ғына тәпәй баҫып, һөйләшергә саҡ өйрәнгән,  ата-әсәләренең ҡулына тотоноп, ҡыйыуһыҙ ғына баҡса тупһаһы аша атлаған кескәйҙәргә   йылы, яҡты, ҡунаҡсыл һәм күптән инде тыуған йортҡа әйләнгән балалар баҡсаһы менән хушлашыу мәлдәре етте.

Балалар баҡсаһынан — “Белем иле”нә!Балалар баҡсаһынан — “Белем иле”нә!
Балалар баҡсаһынан — “Белем иле”нә!

Яңы ғына тәпәй баҫып, һөйләшергә саҡ өйрәнгән,  ата-әсәләренең ҡулына тотоноп, ҡыйыуһыҙ ғына баҡса тупһаһы аша атлаған кескәйҙәргә   йылы, яҡты, ҡунаҡсыл һәм күптән инде тыуған йортҡа әйләнгән балалар баҡсаһы менән хушлашыу мәлдәре етте.

Район үҙәгендә урынлашҡан “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының өлкән төркөмдәрендә  сығарылыш байрамы дәррәү һәм сағыу үтте. Быйыл баҡсанан 39 бала сығарыла. Уларҙың тәрбиәселәре: Венера Сәғәҙәтова, Лиза Бүләкҡолова, Елена Безрукова һәм Ирина Голубева инде үҫеп киткән ҡошсоҡтарын яңы баҫҡысҡа — мәктәп тормошона оҙата.

Сарала кескәйҙәрҙең ата-әсәләре, тәрбиәселәре һәм балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәре берҙәм ҡатнашты. Бына ниһайәт, бал итәкле күлдәктәрен кейеп, сәстәрен матур итеп үргән ҡыҙҙар, ҡупшыланған малайҙар ҡулға-ҡул тотоношоп, көслө алҡыштар оҙатыуында залға сыҡты. “Күбәләк” төркөмөнөң тәрбиәсеһе Венера Фәрүәз ҡыҙы тәрбиәләнеүселәренең һәр береһенә арнап шиғырҙар уҡып, түргә саҡырҙы. Вәлиева Линара, Сергеева Вика, Хәйретдинова Мәҙинә, Сафина Ралина, Сәлихов Сыңғыҙ, Ҡотлозаманов Кинйә, Алтынбаев Вадим бер нисә йыл дауамында педагог өсөн иң яҡын, ҡәҙерле кешеләренә әйләнде.  Балалар баҡсаһына йөрөгән осорҙа  бәләкәстәр күп нәмәгә өйрәнде: үҙҙәрен тәртипле тоторға, ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итергә, бөхтәлеккә һәм йыйнаҡлыҡҡа, кеселәргә — кеселекле, ололарға кешелекле булырға.

“Күбәләк”тәр  башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп, йырҙар, халыҡ бейеүҙәрен башҡарып барыһын да хайран ҡалдырҙы.  Уларҙың уңыштарында тәрбиәселәренең һәм ата-әсәләренең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Берҙәм булғас, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы. Ә элек урамда уйнаған уйындарҙы ла күрһәткәс, үҙебеҙҙең телефонһыҙ, интернетһыҙ күңелле һәм ғәмһеҙ баласаҡ иҫкә төштө. “Ҡайһылай һәләтле икән хәҙерге балалар!” — тип ғорурланып уйлап ҡуйҙым.

Миңә сара барышында кескәйҙәр менән аралашыу бәхете тейҙе. Уларға әсә телендә ябай ғына һорауҙар бирҙем. Бәләкәстәр бер ҙә ҡаушамай башҡортса матур итеп ихлас яуап бирҙе.  Бер-береһен бүлә-бүлә үҫкәс ниндәй һөнәр һайлаясаҡтары, мәктәптә ниндәй билдәләргә уҡыясаҡтары, баҡсала яратҡан ризыҡтары, байрамдары һәм башҡалар тураһында һөйләп ишеттерҙе. Бына ҡайҙа тәрбиәләнә икән башҡорт рухлы балалар!

Иртәлек матур, бай йөкмәткеле, ойошҡан үтте. Был сәғәттәрҙә сабыйҙарҙың һәм ата-әсәләрҙең күңел түрендә йылы һүҙҙәр генә урын алды. Улар балалар баҡсаһы етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Тап уларҙың тәжрибәһе, иғтибарлы мөнәсәбәте менән баҡсаға йөрөгән осор ҡыҙыҡайҙарҙың һәм малайҙарҙың иң яҡты хәтирәләренең береһе булып ҡалыр һәм үҫкәс тә оҙаҡ ваҡыт оҙатып йөрөр.

— Балалар баҡсаһы һәм яратҡан педагогтарыбыҙ менән хушлашыуы еңел түгел беҙгә. Көн һайын унда ҡыҙҙарыбыҙ һәм улдарыбыҙ иртәнән алып кискә тиклем тәрбиәселәребеҙ ҡурсауында, яҡлауында булды. Көн һайын унда беҙҙе яратҡан күңелле һәм ҡыҙыҡлы уйындар, тылсымлы әкиәттәр һәм уларҙың геройҙары, мауыҡтырғыс дәрестәр, күнекмәләр ҡаршы алды. Барыһы-барыһы өсөн дә рәхмәт! — тинеләр ата-әсәләр.

Ысынлап та, матурлыҡты күрергә, нимә яҡшы, нимә насар икәнен айырырға өйрәткән остаздар балаларҙың төрлө һәләтен асып, уны үҫтереүҙә тос өлөш индерә шул.

Аҡ юл теләйбеҙ һеҙгә, бәләкәстәр! Осраған ҡаршылыҡтарҙы, һынауҙарҙы еңел генә үтергә насип булһын, бәхетле киләсәк көтһөн.

Дилара Янбаева.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас