Инйәр
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Май 2023, 15:09

Арх-Латышта — “Ҡарға бутҡаһы”

Үткән шәмбе Максим Горький ауылында “Ағинйәҙәр” ойошмаһы ҙур күләмле, йөкмәткеле матур сара — “Ҡарға бутҡаһа” байрамын уҙғарҙы.

Арх-Латышта — “Ҡарға бутҡаһы”
Арх-Латышта — “Ҡарға бутҡаһы”

“Ағинйәҙәр”ҙең етәксеһе Гөлгөнә Хисмәтуллина, ағзалары: Гөләйҙә Ғәлина, Фәнүзә Динисламова, Әлфиә Ғибәҙуллина, Әнисә Абдрахманова күптән ошо күркәм йоланы үҙ ерлегебеҙҙә күрһәтергә ниәтләйҙәр ине.  Ҡатын-ҡыҙҙар башта Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин менән кәңәшләште. Тәҡдим хуплау алғас, аҡһаҡалдар Таһир Исхаков менән Рәйес Динисламов та был эшкә дәррәү ҡушылды. Хужалыҡ мәшәҡәттәре хәл ителде, пландар ҡоролдо, йыйын үткәреләсәк урын билдәләнде һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Күмәкләгән яу ҡайтарған — берҙәм тотонғас, ҙур  эш ҡарышмай, үҙ яйы менән тормошҡа ашырыла башланы.

Иң башта байрам сценарийы яҙылды, ролдәр бүленеп бирелде. Максим Горький, Горный, Муллаҡай, Убалар ауылдарының һәүәҫкәр артистары, фольклор коллективтары менән концерт номерҙары тураһында алдан һөйләшелде. Клубтың художество етәксеһе Елена Казанцева репетиция ваҡытында урынлы кәңәштәрен бирҙе. Сараны музыкаль яҡтан биҙәүҙе, милли кейемдәр менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Үҙе етәкләгән балалар төркөмөн дә  йәлеп итте. Ағинәйҙәр мәктәп уҡыусылары менән бер репетицияны ла ҡалдырмай, ихлас әҙерләнде.

Ауыл хакимиәте башлығы, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар аҡсалата ярҙам итте. Йыйылған аҡсаға бүләктәр, табын өсөн аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынды. Былау бешереүселәр, табын ҡороусылар, һауыт-һаба йыуыусылар билдәләнде. “Ҡарға бутҡаһы”на сағыу плакаттарҙы оҫта рәссам Әнисә Рәхмәтуллина төшөрҙө. Байрам күренештәрен фотоға, видеоға төшөрөү өсөн Илдус Ҡанафин, концерт программаһы менән яҡташыбыҙ Айрат Нәзиров һәм “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө саҡырылды.

Бына, ниһайәт, ағинәйҙәрҙең хыялдары тормошҡа ашты. Билдәләнгән ваҡытҡа  матур итеп шарҙар, таҫтамалдар, таҫмалар, плакаттар  менән биҙәлгән, милли күргәҙмәләр урынлаштырылған ауылдың мәҙәниәт йорто ихатаһында (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ҡатлы мәҙәниәт йортоноң ҙур бинаһы ике тиҫтә йылға яҡын бикле тора) халыҡ күпләп йыйыла башланы. Белеүегеҙсә, Максим Горький ауылында күп милләт вәкилдәре йәшәй. Улар һәр халыҡ байрамдарында берҙәм ҡатнашып, күптән инде “үҙҙәренеке” һанай. “Ҡарға бутҡаһы” ла халыҡтарҙы берләштереп, милләт-ара дуҫлыҡтың көсөн тағы бер тапҡыр иҫбатланы.  Олоһо ла, кесеһе лә байрамса кейенеп, ҡулдарына күстәнәстәрен тотоп, ауылдың мәҙәниәт йорто алдына йыйылды.

Сараны район хакимиәте идарасыһы Татьяна Галина тантаналы асып ебәрҙе. Сығышында 2023 йыл Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителеүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүҙең әһәмиәтенә, ағинәйҙәрҙең изге эштәренә баҫым яһаны. Йыйылыусыларға ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуынға еткерергә тырышҡандары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Байрамдар менән ҡотлап, матур теләктәрен юлланы. Артабан ауыл хакимиәтенең идарасыһы Лариса Гибет һүҙ алды. Алып барыусы Әнисә Йәғәфәр ҡыҙы “Ҡарға бутҡаһы” йолаһының тарихы менән таныштырҙы. Байрамда борон бөтә йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, 12-13 йәшкә тиклемге малайҙар ҡатнашҡан. Уның өлөштәре булып тары ярмаһы йыйыу, байрам ризыҡтарын әҙерләү, ағастарҙы биҙәү, бутҡа бешереү, бергәләп һыйланыу, уйын, йыр-бейеү, ҡарғаларҙы ашатыу, изгелектәр теләү тора. Йола буйынса бутҡаның беренсе тәрилкәһен илдә тыныслыҡ һәм мул уңыштар булһын тигән теләктәр менән — ергә, һыу бөтә тереклекте лә һаҡларға ярҙам итһен тигән теләк менән икенсеһен  — һыуға, ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр үҙ ваҡытында килһен тигән теләк менән өсөнсө тәрилкәне  һауаға атап һалғандар. Тик шунан һуң ғына бутҡаны табындағыларға таратҡандар.  Таралышҡанда инде: “Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!”, — тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡҡандар.

Сәхнәгә балалар менән “Ағинәйҙәр” ағзалары сыҡты. Ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлау, уларға ямғыр һорап мөрәжәғәт итеү, изгелек теләү  тамашаһы барыһының күңеленә хуш килде. Сара Муллаҡайҙан “Ташҡын” фольклор төркөмө һәм Зәлифә Фәйзуллинаның мандолинала уйнап йырлауы, Убаларҙан “Мираҫ” һәм “Гөлнәзирә” фольклор төркөмдәренең сығыштары, Горный ауылынан Ғәлимйән Иҫәнбаевтың гармун көйҙәре, мәктәп уҡыусыларының башҡорт халыҡ бейеүҙәре (етәкселәре Тәнзилә Ҡотлозаманова), ауыл һәүәҫкәрҙәренең башҡа концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Балалар өсөн төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо.

Йыйындың йөҙөк ҡашы булып “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң дәртле, сая йырҙары торҙо. Улар һайлаған үҙенсәлекле башҡарыу алымы, яңы ижади ҡараш халыҡты  һоҡландырҙы. “Арғымаҡ”тар тотош милләтебеҙҙең тарихын, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм фәлсәфәһен үҙ эсенә һыйҙырған тәрән мәғәнәле йырҙарын бүләк итте.  Уларҙың йыр-моңо тамашасылар күңелен тиҙ арбаны. Тирә-яҡ күңелле шат ауаздарға тулды. Халыҡ рәхәтләнеп бейеп, йырлап күңел асты.

Ҡырҙараҡ ир-егеттәр Боходиржон Асҡаров менән Нур Бәширов  тәмле итеп былау бешереү, ә Ришат Кәримов менән Рәйес Динисламов борхотоп самауыр ҡайнатыу менән мәшғүл булды. Уңған ханымдар: Дилара Асҡарова, Динара Ғарипова, Гөлнара Иҫәнбаева, Айгөл Бәширова башҡалар күңел асҡанда мул байрам табынын әҙерләп өлгөрҙө. Гүзәл заттар аҙаҡ йүгереп йөрөп, бер кемде лә ҡалдырмай әле генә бешкән былау, ҡайнар самауыр сәйе, ҡамыр аштары менән һыйланы.

Байрамды ойоштороуҙа тос өлөш индергән, халыҡ йолаларын тергеҙеүҙә, уны артабан үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары “Ағинәйҙәр” ойошмаһының етәксеһе Гөлгөнә Хисмәтуллинаға һәм “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң солисы Ринат Рамазановҡа тапшырылды,  ауыл хакимиәте Маҡтау ҡағыҙҙары менән Гөлгөнә Хисмәтуллинаны, “Мираҫ”, “Гөлнәзирә”, “Ташҡын” ижади коллективтарын, бағымсылар: Фәймә Нәзированы һәм Анжела Платонованы бүләкләне. Ойоштороу комитеты шулай уҡ Гөлгөнә Хисмәтуллинаны, Фәнүзә Динисламованы, Альберт Ибәтуллинды, Елена Казанцеваны, Боходиржон Асҡаровты, Нур Бәшировты, Зәлифә Фәйзуллинаны Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләне.

Ауыл халҡы, ҡайтҡан ҡунаҡтар ойошторолған байрамға, күрһәтелгән иғтибарға һәм ихтирамға күңелдәре күтәрелеп, мең рәхмәттәр әйтеп, ҡәнәғәт булып таралышты. “Ҡарға бутҡаһы” мөбәрәк үтте!

Дилара Бәҙретдинова.

Г.Хисмәтуллина тарафынан ебәрелгән фотолар.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: