Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Апрель 2023, 15:22

Рамаҙан — тыныслыҡ, ғәфү итеү һәм мәрхәмәтлек айы

Максим Горький, Горный, Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Муллаҡай, Заря ауылдары халҡы, башҡа тарафтарҙан ҡунаҡҡа ҡайтҡан дин ҡәрҙәштәр Ураҙа байрамын ҡаршылау өсөн Максим Горький ауылында урынлашҡан “Сулпан” мәсетенә йыйылды.

Рамаҙан — тыныслыҡ, ғәфү итеү һәм мәрхәмәтлек айы
Рамаҙан — тыныслыҡ, ғәфү итеү һәм мәрхәмәтлек айы

Максим Горький, Горный, Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Муллаҡай, Заря ауылдары халҡы, башҡа тарафтарҙан ҡунаҡҡа ҡайтҡан дин ҡәрҙәштәр Ураҙа байрамын ҡаршылау өсөн Максим Горький ауылында урынлашҡан “Сулпан” мәсетенә йыйылды. Уларҙы Аллаһы Тәғәләғә, уның ҡөҙрәтенә ышаныу берләштерҙе.Ураҙа ғәйете алдынан һәм шул көндө лә ауылдаштар мәсеткә Фытыр саҙаҡаһын тапшырҙы.

 Мәсеттең имам-хатибы Батыргәрәй хәҙрәт Мәзитов баш һүҙ алды. Ул Рамаҙан айы, иманлы булыу, ураҙа тотоу, намаҙ уҡыу, зәҡәт биреү һәм исламдағы башҡа нескәлектәр хаҡында бәйән итте, вәғәздәр һөйләне. Артабан мөслимәләр мөнәжәт әйтте, дин, әҙәплелек, изгелек тураһында шиғыр юлдарын матур итеп уҡып ишеттерҙе. Сараға йыйылыусылар теләге буйынса Ҡөрьән сүрәләренән аяттар ятланы. Балаларҙың, йәш үҫмерҙәрҙең “Фатиха”, “Ихлас”, “Нәс”, “Фәләҡъ” һәм башҡа сүрәләрҙе яҡшы белеүҙәре, ислам дине менән ҡыҙыҡһыныуҙары, ололар менән бер рәттән мәсеткә Йома намаҙҙарына йөрөүҙәре ҡыуандыра. Бында Батыргәрәй Хөрмәт улының тырышлығы, талапсанлығы әйтеп бөтөргөһөҙ әһәмиәтле, сөнки ул үҙенең эшмәкәрлеге осоронда һәр саҡ, иң беренсе нәүбәттә, йәштәрҙең йөрәгенә иман орлоғо сәсеүҙе һәм уны тәрбиәләп үҫтереүҙе өҫтөн күрҙе. Иманым камил, бөгөн хәҙрәттең тәрбиәләнеүселәре ошо юлды дауам итеп, башҡаларға ла ыңғай йоғонто яһай.

Мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән район хакимиәтенең идарасыһы Татьяна Галина ҡотланы. Артабан район советы депутаты Альберт Рәхимов сығыш яһаны. Шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллинға ла һүҙ бирелде. Ул мәсеткә йыйылыусыларҙы тәбрикләп, Батыргәрәй хәҙрәткә намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы һәм бер ыңғайҙан әле хаҡлы ялда булған урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, бүләкләп үтте.

Һуңынан барыһы ла намаҙға баҫты, өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙҙең баш иҫәнлеге, донъялар тыныслығы өсөн доғалар ҡылынды, хәйерҙәр таратылды. Уңған ханымдар әҙерләгән төрлө һый-ниғмәтле табынға ла сират етте. Байрамға һәр кем мул күстәнәстәр менән килеп, үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Өҫтәл артында тормош хәлдәре, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләшеп, ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Халыҡ байрамдан ҡәнәғәт таралышты.

Мәсеттәрҙә аҙан тауышы тынмаһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул,  киләһе йылдарҙа ла теүәллектә ураҙалар тоторға насип булһын.

Дилара Янбаева.

 Автор фотолары.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: