Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Апрель 2023, 15:16

Рамаҙан — тыныслыҡ, ғәфү итеү һәм мәрхәмәтлек айы

Быйыл изге Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың тамамланыу көнө, мосолмандарҙың  төп байрамының береһе — Ураҙа ғәйете   21 апрелгә тура килде.

Рамаҙан — тыныслыҡ, ғәфү итеү һәм мәрхәмәтлек айы
Рамаҙан — тыныслыҡ, ғәфү итеү һәм мәрхәмәтлек айы

Быйыл изге Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың тамамланыу көнө, мосолмандарҙың  төп байрамының береһе — Ураҙа ғәйете   21 апрелгә тура килде.  Ураҙа — изге  әһәмиәтле байрам, уны шулай уҡ  Ид әл-Фитр тип атайҙар.  Ул мосолмандарға Рамаҙан айының фатихаһын һынап ҡарарға мөмкинлек биргән өсөн Аллаға рәхмәт көнө.

Ураҙаның мәғәнәһе аслыҡта түгел. Кеше ошо осорҙа үҙендә  яҡшылыҡты тәрбиәләй. Ул ашауҙан, насар уйҙарҙан, эштәрҙән тыйылып ҡына ҡалмай, башҡаларҙы ла быға этәрә. Ураҙа тотоу кешене сабырлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға өйрәтә.

Мосолмандар әгәр изге Рамаҙан айында ураҙа тотһаң, Аллаһы Тәғәлә күктәрҙә мәрхәмәт бирә, тип ышана. Әйткәндәй, быйыл ураҙа тотоусыларҙың күбәйеүе, бигерәкә тә йәштәрҙең, ыңғай күренеш. Киләһе йылда ла ураҙа тотоусылар һаны ишәйһен! Һәр мосолман өсөн байрам алдынан төндә доға ҡылыу һәм Аллаһтан фатиха һорау, Ҡөрьән уҡыу мотлаҡ тип һанала. Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында әйтелгән доғалар мотлаҡ ишетелер тип иҫәпләнә.

Рамаҙан айы тамамланыуға мосолмандар алдан әҙерләнә: йорт-ихаталарын йыйыштыра, байрам ризыҡтары һәм иң яҡшы кейемдәр әҙерләй, хәәйерҙәр бирә. Ураҙа байрамы ваҡытында эш менән шөғөлләнергә,  шулай уҡ һүгенеү, талашыу ярамай. Ураҙа байрамында бер-берең менән “ид мөбәрәк” тип сәләмләү ҡабул ителгән, был “бәрәкәтле байрам” тигәнде аңлата.

Ғәйет көнө Архангел ауылының “Зифа” мәсетенә халыҡ иртүк йыйылды. Һәр кемдә, һәр тарафта байрам кәйефе.  Мосолмандарға ғына хас бөхтә, ипле кейемдәрҙәге ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар сәләм бирешеп, үҙҙәренә тәғәйенләнгән ерҙәрҙән урын алды. Фытыр саҙаҡаһын Айҙар хәҙрәт Үзбәков ҡабул итте, барыһына ла изге теләктәрен теләне, доғалар уҡыны. Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе, “Зифа” мәсетенең хәҙрәте Фәнзил Хисамитдинов мосолмандарҙы изге байрам менән тәбрикләп, вәғәздәр һөйләне:

— Тотҡан ураҙаларыбыҙ Аллаһ тарафынан ҡабул ителһен, ай дауамында алған һабаҡтар тормошобоҙҙо нурлаһын, уға ырыҫ-бәрәкәт өҫтәһен, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итеп, барыбыҙҙы ла йәһәннәм ғазабынан ҡотҡарып, үҙенең йәннәттәре менән бүләкләһә ине. Татыулыҡҡа, иманға ынтылып йәшәйек, донъялар имен булһын! Бөгөн илебеҙҙең һағында торған ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! Ураҙа байрамы менән! — тине ул.

Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин дә архангелдәргә ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен юллап түбәндәгеләрҙе әйтте:

— Ураҙа кешеләрҙә сабырлыҡ, тыныслыҡ, яратыу, ҡайғыртыусанлыҡ хисе тәрбиәләй. Архангел мосолмандарына миһырбанлылыҡ, ғәҙҙеллек, имен тормошҡа ынтылыу, кешеләргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле булыу кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хас.  Тормошоғоҙ яҡты, иман нуры менән тулһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын! Күк йөҙөбөҙ аяҙ торһон! Һеҙгә ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслык һәм именлек теләйем! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

 Муниципаль район Советы рәйесе Леонид Семенчук менән  район советы секретары Фәйез Йортомбаев та ҡотлауҙарға ҡушылды. Артабан олоһо ла, кесеһе лә намаҙға баҫты.  Мәсет эсендә яңғыраған аҙан тауышы, Ҡөрьән аят-сүрәләре тирә-яҡҡа таралды. Балалар ижад мәктәбенең “Умырзая” фольклор төркөмө (етәксеһе А.Ҡунаҡбаева) мөнәжәттәр әйтте. Һуңынан дин ҡәрҙәштәр мәсеттә ойошторолған байрам ашынан ауыҙ итте. Халыҡ мәжлесте  ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты.

Дилара Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: