Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Апрель 2023, 15:12

Мөмкинлектәрҙе файҙалы ҡулланып

2023 йылдың 23 мартында Башҡортостан Республикаһында проект башланғыстарының яңы тулҡыны старт алды.

Мөмкинлектәрҙе файҙалы ҡулланып
Мөмкинлектәрҙе файҙалы ҡулланып

2023 йылдың 23 мартында Башҡортостан Республикаһында проект башланғыстарының яңы тулҡыны старт алды. Максим Горький мәктәбе лә үҙҙәренең иң ҡыйыу идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән проектҡа ҡушыла.

Проект ниндәй мөмкинлектәр бирә: командала эшләргә өйрәтә, тикшеренеүҙәр үткәреү күнекмәләрен үҫтерә, үҙ идеяларыңды асыҡтан-асыҡ күрһәтергә ярҙам итә, финанс белемде арттыра, социаль яуаплылыҡ тойғоһон үҫтерә.

Юғарыла һанап үтелгән мәғлүмәттәр кәрәкле йүнәлештә хәрәкәт итергә ярҙам итә. Беҙҙең башланғыс этаптағы девизыбыҙ: “Иң ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашырырға тырыш!”  тип атала.

Мәғариф күҙлегенән мәктәп инициативалы бюджеты нимә ул?  Тәү сиратта, мәктәп тормошон тағы ла сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү мөмкинлеге. Был, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙың уңыштарына йоғонто яһаясаҡ, сөнки уларға үҙҙәренең фантазияларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирелә. Балалар  командала эшләргә өйрәнәсәк, үҙ аллы тикшеренеү күнекмәләрен үҙләштерәсәк һәм бергәләп идеяларҙы презентациялауға киләсәк. Ә иң ҡыҙыҡлыһы, бөгөнгө көндә көнүҙәк булған бюджет процестары һорауҙарына яуап табасаҡ,  финанс белемен арттыра һәм социаль яуаплылыҡ тойғоһон үҫтерә аласаҡ.

Проектты тормошҡа ашырыуға тәүге аҙымдар яһалды. Донъя көн һайын камиллаша. Бөгөн беҙ ҙә тормошобоҙҙо ябайлаштырасаҡ һәм уны ҡыҙыҡлыраҡ итәсәк нәмәләрҙе ысынбарлыҡҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Мәктәптең өлкән класс уҡыусылары советы 6 —11-се класс уҡыусыларынан һорау алып, мәктәптә нимәләрҙе үҙгәртергә теләүен асыҡланы. Балаларға һәм үҫмерҙәргә Интернет селтәренә ирекле инеү майҙансыҡтары, йыһазландырылған ял итеү  һәм уйын зоналары етмәй. Мәктәп коридорҙарын да төҙөкләндереү мөмкинлеге бар. Проектты тормошҡа ашырыу балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойошторорға, йәшәйештең бөтә өлкәләрендә лә үрелеп барған компьютер технологияларын үҙләштереү өсөн мөмкинлек бирәсәк, артабан да һәр яҡлап үҫеш өсөн файҙалы буласаҡ.

Проект өҫтөндә күптән инде инициативалы төркөмдәр эшләй. Әлбиттә, уларҙың әүҙем дискуссиялары һәм йыйылыштары башланғыс мәктәп уҡыусылары тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмай — проектты тормошҡа ашырыу пландарына ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерә.

Уҙған аҙнала мәктәп инициативалы бюджетлау проекттары өсөн  белем усағында тауыш биреү ойошторолдо. Һуңғы һынауҙы уңышлы үтеп, мәктәп командалары инициативалы проекттарҙың презентацияһын үткәрҙе:

 а) Ибәтуллин Богдан (капитан) етәкселегендәге мәктәп командаһы. Проекттың атамаһы Коворкинг — «Әүҙемдәр быуыны» медиа киңлеге булған зона. Коворкинг  — ял итеү үҙәге.  Проекттың маҡсаты: кесе, урта һәм өлкән звено уҡыусыларын бергә йыйып, аралашыу һәм ижади эшләү өсөн бер коворкинг-командаға берләшеү.

б) Латипов Алмаз (капитан) етәкселегендәге команда. Проекттың атамаһы — «Тере мөйөш». Проекттың маҡсаты: мәктәптә тере мөйөш булдырыу, хайуандар тураһында хәстәрлек күреү.

в) Уҫарғолова Камила (капитан) етәкселегендәге команда. Проекттың исеме «Мәктәп тарихи музейы». Проекттың маҡсаты: музей эшмәкәрлеге аша уҡыусыларҙа патриотик һәм гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу, уҡыусыларҙың социаль әүҙемлеген формалаштырыу, уларҙы эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш беренсе проектҡа бирелде. Был проект тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.

Гөлнур Латипова,

Максим Горький мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: