Инйәр
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Апрель 2023, 14:32

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Сулпан Абдуллина — Ҡыҫынды мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Сулпан Абдуллина — 7-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы. Бик тырыш, уңған ҡыҙ, үҙ-үҙенә талапсан, һәр нәмәгә яуаплылыҡ менән ҡарай. Бар фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Бигерәк тә рус теле, башҡорт теле, инглиз теле дәрестәрен үҙ итә. Район кимәлендә үткәрелгән ижади конкурстарҙа, фәнни-эҙләнеү эштәре бәйгеләрендә  призлы урындар яулай. Мәҫәлән, үткән йыл Мәғариф министрлығы үткәргән “Халыҡ шағиры” республика конкурсында  Дипломға лайыҡ булды. «Әсә йөрәге”, “Беҙҙең дуҫ ғаилә”  бәйгеләрендә район буйынса 2-се урын алды. “Бөйөк Еңеү» ижади конкурсында 1-се урын яуланы һәм башҡалар. Мәктәптә үткәрелгән олимпиадаларҙа ла уңышлы сығыш яһай. Быйыл башҡорт теле буйынса район кимәлендәге олимпиадала еңеүгә өлгәште. Гагарин кубогы олимпиадаһында рус теле һәм математиканан муниципаль этапҡа үтте. Сулпан ҡул эштәренә лә оҫта, сәйләндән төрлө биҙәүестәр эшләй. Ул ата-әсәһенең, туғандарының ғорурлығы. Һәр ваҡыт матур хыялдар менән янып йәшәй.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: