Инйәр
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Апреля 2023, 09:24

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Дилара Фәнил ҡыҙы Мөстәҡимова —  Ҡыҫынды мәктәбенең 6-сы класс балаларының етәксеһе.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙҺәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Дилара Фәнил ҡыҙы Мөстәҡимова — 6-сы класс балаларының етәксеһе. Үҙенең предметын биш бармағылай яҡшы белгән тәжрибәле мөғәллимә, уҡыусыларының да ҡылыҡтарын, холоҡтарын үтә күреп, бала күңеленә дөрөҫ йүнәлеш табырға тырышып тора.  Әлибаева Диана, Солтанов Радмир — уҡыу алдынғылары. Бер нисә йыл рәттән “Һаумы, һаумы, әкиәт” бәйгеһендә ҡатнашып, сәсәнлек оҫталыҡтарын лайыҡлы дәлилләнеләр. Мәғәсүмова Нурия һәм Исламғолов Рамазан спорт йүнәлешен хуп күрә: саңғы, еңел атлетика, мини-футбол һәм башҡа ярыштарға сығып мәктәп данын яҡлаусылар. Балалар шулай уҡ “Умырзая” фольклор төркөмө ағзалары.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас