Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Апрель 2023, 14:10

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ҡыҫынды мәктәбе районыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған тотороҡло белем усағы булыуы менән әһәмиәтле.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

— Дүртенсе класта өс ҡыҙ, бер малай белем ала. Уларҙың икәүһе —  Мостафина Руфина һәм Ҡырымбаева Алина тик яҡшы  билдәләргә  генә өлгәшә. Был тырыш, уңған ҡыҙҙар мәктәп тормошонда, байрамдарҙа, кластан тыш сараларҙа ла әүҙем. Улар мәғариф бүлеге һәм балалар ижад мәктәбе үткәргән конкурстарҙа балҡып, йыш призлы урындарға лайыҡ булалар. Гагарин кубогы буйынса олимпиадаларҙа, интернет-викториналарҙа дәррәү ҡатнашып, еңеү яулайҙар. Ҡыҙҙарҙың был уңыштарын бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Уҡыусылар бик ҡыҙыҡһыныусан, күп белергә теләйҙәр, китап менән дуҫтар. Үҙ-ара татыуҙар, бер-береһенә ярҙамсылдар. Бар ерҙә лә үҙҙәрен итәғәтле тоталар. Олоно — оло, кесене кесе итә беләләр. Ҡыҫҡаһы, бар яҡлап та өлгөрҙәр.

Дүртенселәрҙең уҡыуға ынтылышы көслө. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп киләләр, әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйҙар, иншаларында, әҙәбиәт дәрестәрендә үҙ фекерҙәре бар. Буш ваҡытында Руфина китап уҡырға һәм һүрәт төшөрөргә ярата. Хөснуллин Вилмир һәм Камалетдинова Зарина — спорт һөйөүселәр. Айырыуса, балалар ижад мәктәбенең уҡытыусыһы А.Ҡунаҡбаева алып барған  “Театр һәм беҙ” тип аталған түңәрәкте үҙ иттеләр. Балалар уңыштары өсөн уҡытыусыларына, һәр ваҡыт ярҙам иткән атай-әсәйҙәренә сикһеҙ рәхмәтле. Беҙ уларға мәктәпте уңышлы тамамлап, киләсәктә яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ, — ти уларҙың остаздары, ихлас күңелле Гөлдәр Мөхәмәт ҡыҙы Абдуллина.

1-се класс уҡыусыһы Иҙрисов Илмир ҙа өлкән ағай-апайҙарынан ҡалышмай һәр ергә лә өлгөрөргә, яҡшы күрһәткестәргә ирешергә тырыша.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: