Инйәр
+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Апреля 2023, 09:00

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ҡыҫынды мәктәбе районыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған тотороҡло белем усағы булыуы менән әһәмиәтле.

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙҺәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ҡыҫынды мәктәбе районыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған тотороҡло белем усағы булыуы менән әһәмиәтле. Уның тупһаһы аша бихисап ҡыҙ һәм малайҙар атлап үтеп, белем серҙәренә төшөнгән, ҡанат нығытып, ошонан ҙур тормошҡа юл алған. Бөгөн Ҡыҫынды мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары илебеҙҙең барлыҡ тарафтарында йәшәй, урта махсус һәм юғары белемгә эйә булып, төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итә. Ул ысын мәғәнәһендә ауылдың тотҡаһы һәм уны нисек тә һаҡлап ҡалыу зарур.

Әлеге мәлдә мәктәптә барлығы 42 уҡыусы, уларға 9 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Мәктәп директоры Гөлсәсәк Тимерйән ҡыҙы Хажиәхмәтова оҫта идарасы ла, һәләтле, зирәк уҡытыусы ла. Уның тырышлығы, тынғыһыҙлығы арҡаһында бөгөн Ҡыҫынды мәктәбе ойошҡан, берҙәм уҡытыусылар коллективы һәм барлыҡ фәндәрҙе үҙләштереү өсөн кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән.

Белем усағы иркен, таҙа, яҡты. Уҡыу бүлмәләре төплө белем алыу өсөн мөмкин тиклем яраҡлаштырылған. Яландай киң һәм бейек түбәле спортзалы, тәмле аштары менән ҡыуандырған ашханаһы бар. Физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре уҡытыусыһы Алик Байтура улы  Султанов мәктәптә 25 йылдан артыҡ эшләй. Уның тырышлығы менән белем усағы алдында “Батыр” спорт клубы эшмәкәрлек итә. Унда балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас