Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
13 Апреля 2023, 10:31

“Яҙғы моңдар”

“Үткәндәрҙе барлап” тип  аталған “Атайсал” халыҡ ижады фестивале дауам итә.

“Яҙғы моңдар”“Яҙғы моңдар”
“Яҙғы моңдар”

“Үткәндәрҙе барлап” тип  аталған “Атайсал” халыҡ ижады фестивале дауам итә. Үткән аҙнала ул Оҙондар ауыл клубында “Яҙғы моңдар” тип аталған музыкаль кисә рәүешендә уҙғарылды. Сараға оҙондарҙан тыш, Айытмәмбәт һәүәҫкәрҙәре лә йәлеп ителде. Алдан дәррәү әҙерләндек. Костюмдар, күргәҙмәләр хәстәрләү, сәхнәне биҙәү һәм башҡа саралар атҡарылды.

Концерт программаһына яҙ, тыуған ер, илһөйәрлек темаларына арналған йырҙар индерелде, бейеүҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Илнур Фәйзуллин “Беҙҙең ил”, Рәсимә Әминева “Тыуған яғым  — гөлдәр иле”, Вәлимә Ғәйнитдинова менән Хәмдиә Хәсәнова “Ҡайтам инде”, Ильяс Файзуллин “Аҡ сирендәр”, Мөхәмәт Мырҙабаев “Үрмәле гөл”, Хәмдиә Хәсәнова “Тыуған ауылым”, “Гөлдәр” вокаль ансамбле “Тирбәлә йыр тулҡындары”, уҡытыусылар ансамбле “Башҡортостан”,  Лилиә Ғәзизова “Хәрбиҙәр” йырын башҡарҙы. Камил Фазылов өҙҙөрөп гармунда халыҡ көйҙәрен уйнаны, Илмира Хәбирова яңғыҙ бейеү тәҡдим итте. Тамаша уңышлы үтте.

“Атайсал” халыҡ ижады фестивале йәш быуынды тәрбиәләүҙә, тарихты, халыҡ ижадын өйрәнеүҙә, ауыл таланттарын асыу һәм үҫтереүҙә ҙур әһәмиәтле халыҡ йыйыны.

Хәмдиә Хәсәнова,

Оҙондар ауыл клубының художество етәксеһе.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас