Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
13 Апреля 2023, 10:35

Башлыҡтарҙан уңдыҡ

Тыуған ауылым, туған халҡым тиеп йән атҡандар беҙҙә бар әле, тип башлайым һүҙемде.

Башлыҡтарҙан уңдыҡБашлыҡтарҙан уңдыҡ
Башлыҡтарҙан уңдыҡ

Тыуған ауылым, туған халҡым тиеп йән атҡандар беҙҙә бар әле, тип башлайым һүҙемде. Оло быуын кешеһе булараҡ, ауылдың үткәне лә, бөгөнгөһө лә ус төбөндәгеләй күҙ алдымда. Яҡшыһы ла, яманы ла күренеп тора. “Үргә ҡарап фәһем ал, түбәнгә ҡарап ғибрәт ал”, ти халыҡ мәҡәле. Ана шул яҡшы эштәрҙе булдырыусы, бер нимәгә лә битараф ҡалмаған башлығыбыҙ Айнур Хәсәнов хаҡында һүҙем. Абҙанда тыуып-үҫеп, урта мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары белем алып, байтаҡ ерҙәрҙә хеҙмәт ҡуйған ябай ауыл ир-уҙаманы ул.

Башта ауыл советы депутаты булып һайланып, һуңынан ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнгән көндән алып уның эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып торам. Үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙ бит. Элек эшләгәндәре лә беҙҙең ауыл ир-егеттәре, ҡатын-ҡыҙҙары ине. Әйтергә кәрәк, һәр ҡайһыһы үҙҙәре биләгән яуаплы вазифаны барлыҡ белемен, тырышлығын һалып башҡарғайнылар, рәхмәт уларға. Ә инде “шуны шулай эшләмәй, быны былай итмәй”, тип күрәләтә ыңғай үҙгәрештәрҙе күрергә теләмәгәндәргә: “Шул урында үҙеңдең балаң булһа, ни эшләр инегеҙ?” — тип әйтә киләм. Үҙ иңендә күтәреп ҡарамағандар шулай еңел генә уйлаусан ул. Ә эш еңел бирелмәй, һәр нәмәнең айышына төшөнөп, мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, башың да уйлаһын, ҡулың да эшләһен. Бына ошо Айнур Миңнислам улының тырышлығына ҡарап һоҡланам мин, башҡалар ҙа быны күрмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Һанай китһәң, байтаҡ мәшәҡәтле ул ауыл тормошон, халыҡтың йәшәйешен көйләү, көнкүрешен яҡшыртыу.

Һуңғы өс йылда ғына  ла ауылда байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә: яңы урамдарға газ үткәреү, юлдар һалыу, ауыл мәҙәниәт йортоноң ихатаһын төҙөкләндереү, балалар өсөн уйын майҙансығын булдырыу, асфальт түшәтеү, мәҙәни сараларҙан күренештәр төшөрөлгән баннерҙар әҙерләтеп ҡуйыу, мәктәп ихатаһы алдына хәүефһеҙлек сараларын һаҡлау өсөн тротуар эшләтеү, ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙарттырыу, мәңгелек йортобоҙ — зыяраттарҙы тәртиптә тотоу, дача йорттарының хужалары менән бәйләнешкә инеп, уларҙың ихаталарын сүп-сарҙан йыйыштырттырыу һәм башҡалар, һанай китһәң, байтаҡ инде.

Икенсе йүнәлеш — ауыл биләмәһендә урынлашҡан мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, магазиндар һәм башҡаларҙың эштәрен көйләү, дөрөҫ йүнәлеш биреү, халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе аңлатыу, төрлө сараларҙа ҡатнашыу, юғарынан төшөрөлгән күрһәтмәләрҙе үтәү, отчеттар биреү. Ә хакимиәттә эшләүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы, әлбиттә, яҡшы ярҙамсы.

Өсөнсөһө, быныһы бигерәк тә яуаплыһы: өс йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу һәм һиҙелерлек ыңғай үҙгәрешкә өлгәшеү, ауыл, район, республика кимәлендәге спорт ярыштарында, конкурс, бәйге һәм башҡа ярыш сараларында үҙебеҙҙе һынап ҡарау һәм призлы урындар яулау. Быларҙың барыһы ла эҙмә-эҙлекле, даими рәүештә алып барылырға тейеш, сылбырҙың бер звеноһы өҙөлдөмө, тырышлығың юҡҡа сығырға мөмкин. Былары ла айсбергтың өҫтө генә. Ә көндәлек мәшәҡәттәр, дөйөм йәшәйеш ҡағиҙәләрен боҙоп, “йәшел йылан” менән дуҫлашҡан ғаиләләр, шул арҡала ҡараусыһыҙ ҡалған балалар, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн түгелгән көстө бер ниндәй үлсәүҙәргә лә һалырлыҡ түгел.

Әлбиттә, тормош ал да гөл генә түгел, аҡлы-ҡаралы ул тормош тигәндәре. Яҡты көндө ҡараңғы төн алыштырған кеүек. Шуға ла ауылыбыҙ башҡаларға өлгө булһын тиһәк, һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙҙең тормошҡа тәнҡит күҙлегенән ҡарап, насар ҡылыҡтарыбыҙ өсөн ояла белеп, йорт-ҡурабыҙҙы, кәртә-ҡаралтыбыҙҙы күрер күҙгә күркәм булырлыҡ итеп йәшәһәк ине. Халыҡ мәҡәле: матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тигән бит.

Нәсиә Йосопова,

педагогик хеҙмәт ветераны.

Абҙан ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас