Инйәр
-4 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
13 Апреля 2023, 10:45

Абҙан — район тарихының сағыу бер бите

Йыл һайын республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” конкурсы киңерәк ҡолас ала башланы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Абҙан — район тарихының сағыу бер битеАбҙан — район тарихының сағыу бер бите
Абҙан — район тарихының сағыу бер бите

Йыл һайын республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” конкурсы киңерәк ҡолас ала башланы. Абҙан ауылы халҡы ла (хакимиәт башлығы Айнур Хәсәнов) ошо сәмле бәйгелә өсөнсө тапҡыр һынау тота. Был ҡыйыу аҙым ысынлап та, үҙен ярайһы уҡ тәрән һәм күркәм күрһәткестәргә килтерҙе. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халҡыбыҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп коллективы, депутаттар, ғөмүмән, тыуған ауылының йәшәйешенә битараф булмағандар һәүетемсә тормошҡа йән өрҙө һәм йәм бирҙе.

Бөгөнгө яуаплы ҡарарға килеүгә үтә лә ныҡ нигеҙ бар, сөнки абҙандар һәр яҡлап та, һәр заманда ла тыуған илде һаҡлау, хәрби хеҙмәттә булып, интернациональ бурыс үткән, хәрби бәрелештәрҙе туҡтатыу көрәштәрендә алғы һыҙыҡта барыу, тыныс тормошта ла тиһеңме — һәммәһе буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй.

Ауылдаштарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары тураһында китаптар яҙылған, фильмдар төшөрөлгән, улар хаҡындағы мәғлүмәт мәктәп музейында тупланған.

Полковник Сәйфулла Хәбиров һәм уның яуҙаштары Ғибәҙулла Бикбулатов, Сөләймән Кинйәғолов, Миңлеғәли Миһранов, Зәйнитдин Искәндәров, Кинйәғол Ҡужахмәтов, Әхмәтгәрәй Тауымбаев, Ҡасим Юлмөхәмәтов һәм башҡалар данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хәрби юл уҙған.

Ил тыныслығын, именлеген һаҡлау һәр саҡта ла иң изге, иң мөҡәддәс бурыстарҙың береһе булып ҡала. Афған һуғышында ҡатнашып, интернациональ бурыстарын үтәп, орден, миҙалдарға лайыҡ булған ир-егеттәребеҙ ҙә бихисап: Хәлил Кинйәғолов, Марат Килмөхәмәтов, Илшат һәм Илфат Яҡшығоловтар, Рәмис Татлыбаев, Риф Шәрипов, Нияз Ғинийәтов, Рәис Аҡбаев, Илфат Кинйәғолов, Ғаян Дәүләнов һәм башҡалар. Чечен кампанияһы осоронда Абҙанда тыуып-үҫкән егеттәр: Салауат Ғүмәров, Рәис Татлыбаев, Ринат Яҡшығолов, Динар Ҡотләмбәтов, Вадим Ҡотлозаманов, Айнур Әлибаев, Рәмил һәм Марат Дәүләновтар, Фидан Гәрәев, Мират Иманғәлин, Салауат Мөхәмәтйәнов, Риф Хөсәйенов һәм башҡалар иңдәренә төшкән бурысты намыҫ менән башҡарҙы, тыныс тормошта ла күбеһе үҙ урындарын уңышлы тапты.

Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ла Абҙан ир-уҙамандары һынатмай. Отставкалағы майор Марат Дәүләнов бурыс һәм намыҫ тойғоһон алға ҡуйып, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, Украинала хәрби задание үтәгәндә башын һалған ҡаһарман яҡташыбыҙ.

Әлеге көндә хәрби заданиелағы: Илмир Әбхәлиҡов, Уйылдан Хәлилов, Фәрхәт Әлимғолов, Филат??? Яҡшымбәтов, Иршат Ғиззәтуллин, Айрат Килмөхәмәтов, Рәил Сәйғафаров, Рөстәм Йәрмөхәмәтов, Николай Власов, Айнур Ғәлин, Айнур Теләпҡолов, Роберт Кинйәбулатов һәм башҡалар, махсус бурыс үтәүсе (ОМОН) Айҙар Хәсәнов, контракт буйынса хәрби хеҙмәттәгеләр: Илһам һәм Вилдан Ғафаровтар, Руслан Бикбулатов, Йәмил һәм Риза Тауымбаевтар, Рәүф Төхвәт улы Абдрахманов, Әлфир Мөхәмәтйәнов, Илгиз Вәлиев һәм башҡалар донъяла тыныслыҡты, именлекте һаҡлап, ҡатмарлы һәм ауыр шарттарҙа ҡыйыу аҙымға барған ҡаһарман ауылдаштарыбыҙға оло хөрмәт һәм беҙ — ауыл халҡы уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Ошондай данлы улдарыбыҙ район, республика, ил алдында ауылыбыҙҙың абруйын күтәрә.

Үткәндәр һәм бөгөнгө көн менән генә йәшәү зарур түгел, киләсәк быуын да илем, халҡым, телем, тип йән атһын өсөн айыҡлыҡ, уяулыҡ, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

Нәсиә Йосопова,

педагогик хеҙмәт ветераны.

Абҙан ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас