Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
29 Марта 2023, 08:35

Театр — ул тормош

 “Өмөт” халыҡ театрының тамырҙары алыҫ 1954 йылдарға барып тоташа.

Театр — ул тормошТеатр — ул тормош
Театр — ул тормош

 “Өмөт” халыҡ театрының тамырҙары алыҫ 1954 йылдарға барып тоташа. Тап шул йыл  Хәлимйән Кинйәғолов Абҙанда драма түңәрәген ойоштора.  Ул үҙе гармунда ла уйнай, режиссер ҙа, ролдәрҙе лә  башҡара, ауыл таланттарын асып, халыҡты сәнғәткә ылыҡтыра.

1971 йылда Ләлә Муллаян ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап, ауылға белгес булып ҡайтҡас, Абҙан ауылы клубы директоры итеп тәғәйенләнә.  Драма түңәрәге лә уның етәкселегенә тапшырыла. Һәүәҫкәр артистар үҙҙәренең ижади тормошон төрлө драматургтарҙың бер актлы пьесаларын ҡуйыуҙан башлай. Хатта У.Шекспирҙың “Мөхәббәт һәм нәфрәт” трагедияһы менән дә эшләйҙәр. 1982 йылда театр коллективы “Театр яҙы” республика фестивалендә ҡатнаша, унда Х.Зариповтың “Ҡала ҡыҙы һөйгәнем” пьесаһы буйынса спектакль күрһәтә һәм I дәрәжә Дипломы менән бүләкләнә. 1985 йылда театр коллективы А.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектакле менән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың Бөтә Союз смотрында балҡый. Спектакль юғары баһалана  һәм коллектив Смотр дипломы менән бүләкләнә. 1995 йылда Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арналған смотрға театр И.Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” спектаклен күрһәтә. 1996 йылда театр коллективына “Халыҡ театры” тигән юғары исем бирелә. 1998 йылда Абҙан ауылы мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1999 йылда Ә.Атнабаевтың “Ул болот” спектаклен ҡуйып,  “Халыҡ театры” исемен раҫлай.

2004 йылда халыҡ театры Вәлимә Ишбулды ҡыҙы Өмөтбаева етәкселегенә күсә. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссерлыҡ бүлеген тамамлаған йәш һәләтле белгес дәртләнеп эш башлай һәм бөгөн дә үҙенең коллективы менән юғары уңыштарға өлгәшеп, районыбыҙҙың данын күтәрә. Киң күңелле, алсаҡ, ғәҙел, тура, йор һүҙле, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан Вәлимә Ишбулды ҡыҙынан ысын мәғәнәһендә тормошто яратыу, яҡшылыҡ күреү, төшөнкөлөккә бирелмәй алға, яҡтыға ынтылыу дәрте урғылып тора.

2006 йылда Халыҡ театры Белорет ҡалаһында “Алтын тирмә” республика халыҡ театрҙары фестивалендә ҡатнаша. Театр коллективы Ф.Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” пьесаһы буйынса спектакль күрһәтә. Жюри актерлыҡ оҫталығын юғары баһалай һәм  коллектив “Иң яҡшы актерҙар ансамбле” дипломы менән бүләкләнә, йәнә “Халыҡ театры” тигән юғары исемен раҫлай. Ошонда уҡ В.Өмөтбаева сәхнәнән театрға “Өмөт” исемен биреүе хаҡында иғлан итә. “Өмөт” артабан дәртле, һәләтле етәксе һәм артистары менән яңы еңеүҙәр, тамашасы һөйөүен яулап, үҫешә, олпатлана, башҡалар менән тәжрибәһен уртаҡлаша, яңы таланттар аса.

В.И.Өмөтбаеваны хеҙмәттәштәре, райондаштары тик маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә ала. Вәлимә Ишбулды ҡыҙының тормошо менән яҡындан таныш, “Өмөт” театрының абруйлы һәүәҫкәр артистарының береһе Ләлә Фәйзуллина түбәндәгеләрҙе һөйләй.

— Вәлимә Ишбулды ҡыҙы  тыумышы менән Белорет районының Арышпар ауылынан. 1978 йылдың 7 февралендә күп балалы ғаиләлә тыуған ҡыҙ мәктәптә уҡыған сағында уҡ йыр-моңға маһир була. Күңелен артистар тормошо, ижады биләй, ул ҡасан да булһа сәхнәгә сығасағына өмөтләнеп йәшәй. Үҫмер ауыл клубына килгән концерттарҙың, спектаклдәрҙең береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Үҙешмәкәр түңәрәктәренә йөрөп һәләтен, оҫталығын үҫтерә. Бейей, йырлай, шиғырҙар һөйләй, өҫтәүенә, спорт менән шөғөлләнә, уҡыуында ла һыр бирмәй. Ауылдағы китапхананан драматургтар, актерҙар тормошо тураһында яҙылған китаптар уҡый. Гармунда, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Арышпар мәктәбенең 9-сы класын  тамамлағас, Белорет ҡалаһының 11-се интернат мәктәбенә уҡырға килә. Интернатта тырыш, һәләтле ҡыҙҙы тиҙ арала күреп ҡалалар. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа,  ижади конкурстарҙа ҡатнаша, ҡурай түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Ҡурайҙа халыҡ көйҙәрен башҡарыусылар конкурсында еңеп, Артекка юллама алыу бәхетенә ирешә. Артабан Вәлимә Архангел һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәренә уҡый. Театрға булған һөйөүе барыбер көслө була һәм ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт мәҙәниәт техникумының театр факультетына  уҡырға инә. Ошонда тормош иптәше Закир Зөфәр улы менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ул ваҡытта Закир Стәрлетамаҡ бейеү театрында, ә Вәлимә драма театрында, режиссер Гөлдәр Ильясова етәкселегендә эшләй. 2001 йылда ҡыҙҙары Айзирәк тыуа.

Архангел мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыу ҡағыҙы алғас, Өмөтбаевтар күп уйлап тормай районға ҡайталар. Шул көндән алып уларҙың тормошо беҙҙең менән бәйләнде лә инде.

Аҡыллы, сабыр, оҫта режиссерыбыҙ эргәһендә үҙебеҙҙе ышаныслы һәм көслө тоябыҙ. Ул сәхнә теленең асылын асып бирҙе, һөнәри күнекмәләр өҫтөндә эшләтте, образдарҙы тулыландырыу, тамашасыларҙың күңелен яуларға өйрәтте. Һәр бер спектакль сағыу байрам кеүек үтә. 2011 йылда диплом алды, ә күп тә үтмәй улдары Айтуған донъяға килде. Закир ошо осорҙа ҙур итеп яңы йорт күтәрҙе.

Мәҙәниәтле, рухлы, алсаҡ етәксебеҙ булғанға шатбыҙ. Моңло, көслө тауышлы, һәләтле, дәртле, шат күңелле, тик тормаҫ, эшен еренә еткереп башҡарыусы, театр сәнғәтен алға әйҙәүселәрҙең береһе ул.

“Өмөт” халыҡ театрының 45 һәм 50 йыллыҡ юбилейҙарын юғары кимәлдә уҙғарҙы. Коллективҡа нигеҙ һалған, әүҙем ҡатнашҡан, театрыбыҙҙың ветерандарын баһалап исемдәр биреү, миҙалдар менән  бүләкләү  — барыһы ла етәксебеҙҙең тырышлығы, ныҡышмалығы арҡаһында. Уның ижад емештәрен бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Дипломдар дәлилләй. 2021 йылда “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. 20 йылдан ашыу Абҙан ауылының “Өмөт” халыҡ театрын етәкләгәне өсөн рәхмәтлебеҙ һәм һайлаған һөнәренә тоғро ҡалыуын теләйбеҙ.

Үҙенең ижади эшмәкәрлек йылдарын барлап В.Өмөтбаева:

— Яңы коллективҡа тиҙ өйрәндем һәм ҡолас ташлап эш башланым. 2004 йылда Абҙан халыҡ театрының режиссеры итеп тәғәйенләнеләр. Коллектив мине йылы ҡабул итте. Хәҙер инде  күпме йылдар үтте. Беҙ бөгөн дуҫ, берҙәм, халыҡ һөйөүен, ышанысын аҡлаған театр тип ышаныслы әйтә алам. Һәр беребеҙ үҙ өҫтөбөҙҙә эшләйбеҙ, үҫешәбеҙ. Мин дә Өфө сәнғәт академияһының режиссура бүлеген тамамланым. 2006 йылдан “Өмөт” тип атала башлаған халыҡ театрын районыбыҙҙан ситтә лә белә башланылар. Был беҙҙе ныҡ дәртләндерҙе. 2009 йылда Ш.Хөсәйенов әҫәре буйынса “Әсәйемдең аҡ күлдәге” спектакле фестивалдә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеп сыҡты. Драматургтар, режиссерҙар  менән осрашып, тәжрибә туплау, кәңәштәр алыуҙы, сәхнәләштереү өсөн ҡулайлы, үтемле пьесалар, әҫәрҙәрҙе табыу кеүек эштәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алам.

Сессиялар, спектаклдәр, ғаилә мөнәсәбәттәре бер рәттән барҙы. Диплом эше итеп Н.Асанбаевтың “Ҡыҙлы йорт” әҫәрен һайланым.  Ул ҙур уңыш килтерҙе. 2011 йылда И.Йомағолов, Н.Ғәйетбаевтың пьесалары сәхнәләштерелә. 2014 йылда театр тамашасыларға яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театры актеры Р.Ә. Ғәлиндың “Бер тинлек ҡуян — биш тинлек зыян” пьесаһын тәҡдим итте. 2015 йылда коллектив “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” халыҡ ижады фестивалендә “Халыҡ ансамбле” исемен лайыҡлы яҡланы, Ф.Миңлеғолованың “Көт мине” спектаклен ҡуйҙыҡ.

Коллектив менән ҡала республика театрҙарына барып, спектаклдәр ҡарап ҡайтабыҙ. Был үҙебеҙ өсөн ҙур әһәмиәтле сара. Ғөмүмән, халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыу оҡшай. “Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара” ти халыҡ мәҡәле, шуға һәр ерҙә ҡатнашабыҙ, яңы әҫәрҙәргә лә ҡурҡмай тотонабыҙ, үҫешәбеҙ, — ти Вәлимә Ишбулды ҡыҙы.

“Өмөт” халыҡ театры районыбыҙҙы данлаусы, халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыусы һәләтле, сағыу коллектив. Киләсәктә уларға яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Дилара Янбаева.

В.Өмөтбаева тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас