

2023 йылда “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арнала.
Район мәҙәниәт йортонда өлкән быуын өсөн “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале сиктәрендә бай йөкмәткеле сара үтте. Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән был ижади бәйге киң билдәлелек яулап, йыл һайын уҙғарылып килә. Уны Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ололарҙың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, интеллектуаль һәм ижади мөмкинлектәрен мәҙәниәттә ҡулланыу һәм һәләттәрҙе асыҡлау маҡсатынан ойоштора.
Ауыл биләмәләренән йыйылған үҙешмәкәр артистар, йыр-бейеү һөйөүселәр, нәфис һүҙ оҫталары берләшеп, тамашасыларға һәм жюри ағзаларына сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Тамаша дауамында ялҡынлы шиғырҙар, ҡобайырҙар яңғыраны, йыр-бейеүҙәр, төрлө музыка ҡоралдарында халыҡ көйҙәре башҡарылды. Тәүәкәс ауылынан Н.Юлмөхәмәтованың ҡобайыры, Г.Фәйрүзова менән Р.Ғәббәсованың шиғырҙары ихлас ҡабул ителде. Убалар ауылының вокаль ансамбле — “Тыуған ерем рәхмәт һиңә", Тәүәкәстән “Ынйы” вокаль ансамбле — “Яратам һине, тормош”, Ҡыҫындынан М.Хәлиуллина — “Туғандарым бар”, Абҙан мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле — “Әлиләү генәйем”, Ҡыҙғынан Ф.Сиражетдинова — “Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек”, Оҙондарҙан Р.Әминева — “Ултыр әле әсәй, яндарыма”, Ғ.Зәбихуллина, В.Ғәйнетдинова һәм Х.Хәсәнова — “Ҡайтам инде”, район мәҙәниәт йортоноң “Ихлас” фольклор ансамбле —“Сабыр”, Ф.Камалетдинов — “Абдрахман”, район мәҙәниәт йортоноң рус халыҡ йырҙары хоры коллективы “Заряница” — “Таң һағышы”, Казанканан Н.Лежнева “Ай нурҙарында” йырҙары менән сығыш яһанылар.
Муллаҡайҙан З.Фәйзуллина мандолинала, Ҡыҙғынан Ф.Абдрахманов ҡурайҙа, Оҙондарҙан Х.Хәсәнова гармунда, Ф.Яҡупов баянда халыҡ көйҙәрен уйнаны.
Максим Горький ауылынан Ә.Ғибәҙуллина “Самауыр”, район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” бейеү ансамбле “Мирфәйзә” һәм “Ихлас” фольклор төркөмө менән “Хазина”лар берлектә “Хәситә” бейеүҙәрен күрһәтте.
Район һәүәҫкәрҙәренең ижади бәйгеһе күңелле һәм сәмле барҙы. Сығыштар көслө алҡыштар, маҡтау һүҙҙәре менән оҙатылды. Жюри ағзалары һәр номерҙы диҡҡәт менән ҡарап, лайыҡлы баһа бирҙе. Кәңәшләшкәндән һуң, “Ихлас” фольклор төркөмө I дәрәжәле Дипломға өлгәште, 2-се — “Заряница” халыҡ хорына, 3-сө — Абҙан мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбленә һәм Тәүәкәстән Нәсимә Юлмөхәмәтоваға, махсус приз Гөлирә Фәйрүзоваға (Тәүәкәс) бирелде. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла афарин.
Байрам һәр кемдә яҡты хәтирәләр, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һайлап алыуҙы үткән үҙешмәкәр артистар районыбыҙҙың данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.
Дилара Фәтихова.
Фото — район мәҙәниәт йорто сайтынан.