Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
29 Марта 2023, 08:32

Ауыл йәме — ябай, ихлас кешеләр

— Яҙҙың ҡайнап торған сағында донъяға килгәнмен, — тип һүҙ башланы “Инйәр”ҙең күптәнге яҡшы танышы, дуҫы Нәсихә Сабур ҡыҙы Сөләймәнова.

Ауыл йәме — ябай, ихлас кешеләрАуыл йәме — ябай, ихлас кешеләр
Ауыл йәме — ябай, ихлас кешеләр

— Яҙҙың ҡайнап торған сағында донъяға килгәнмен, — тип һүҙ башланы “Инйәр”ҙең күптәнге яҡшы танышы, дуҫы Нәсихә Сабур ҡыҙы Сөләймәнова. — Атайым Сабур Мөғәрләм улы Аҙауҙа тыуған, ә инәйем Нәсимә Айытбай ҡыҙы тамырҙары менән Белорет районы Йөйәк ауылынан. Ғаиләлә өс малай һәм ике ҡыҙ үҫтек. Мин — дүртенсе бала. Бала сағыбыҙ совет осоро балаларыныҡы кеүек үк хеҙмәттә, октябряттар, пионерҙар, комсомолдар сафында үтте. Уҡыныҡ та, эшләнек тә, өмәләргә лә сыҡтыҡ, урамда мәж килә торғайныҡ, үҫә төшкәс киске уйындарға  сығып, гармун көйҙәренә аяҡтар талғансы бейеп ҡайта инек. Беҙҙең быуын — сыныҡҡан, йәшәүҙән йәм таба белгән быуын.

1983 йылда Аҙау мәктәбен тамамлағас, Өфөгә китеп, өс йыл штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерҙем. Хеҙмәт юлымды төҙөлөштә башланым. Байтаҡ йылдар унда эшләгәс, 1999 йылда ауылға ҡайтырға ҡарар иттем. Минияр Йәннәт улы Сөләймәновҡа тормошҡа сығып, Аҙауҙа донъя көтә башланыҡ. Ул башта 15 йылдан артыҡ ауылдағы электр станцияһында эшләне,  бөгөн Башҡортостан гидрометеорология идаралығының урындағы бүлексәһендә хеҙмәт итә. Үҙем социаль хеҙмәткәр булып, оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәттем. Хәҙер инде 10 йылдан артыҡ Аҙауҙа хат ташыусымын.  Ауыл ерендә почтольон булып эшләү еңел түгел, төрлө кешеләр менән уртаҡ тел табырға, яуаплы һәм ярҙамсыл булырға кәрәк. Эшемә өйрәндем, оҡшай.

Аҙауҙар — рухлы халыҡ.  Аҡса юҡлығына, гәзит-журналдарҙың хаҡы ҡиммәтлегенә, мәғлүмәтте Интернет аша туплауға һылтанмай. Бөгөн компьютерҙа ултырыусы әбей-бабайҙар ҙа юҡ түгел, әммә улар “Инйәр”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Өмөт” кеүек баҫмаларҙы алдырмай ҡалмай. Ауылдаштарым башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарға әүҙем яҙылып, изге эшкә үҙ өлөшөн индерә. Ғөмүмән, үҙ телебеҙҙә уҡып, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып йәшәйбеҙ.

Гәзит-журналдарға яҙҙырыу кампанияһы ваҡытында айырыуса тырышырға кәрәк. Почтаға килгәндәрен көтөп ултырмай, гәзит өләшкән ваҡытта кем ниндәй гәзит алдырасағын алдан уҡ асыҡлап ҡуям. Шул рәүешле планды еренә еткереп үтәргә тырышам. Йорт һайын социаль түләүҙәр, халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын да йөрөтөргә тура килә, коммуналь хеҙмәттәр, элемтә, һалымдар буйынса түләүҙәрҙе һәм башҡаларҙы ваҡытында таратам. Ауылды арҡырыға-буйға йөрөп сығам (көлә).

Өс ул үҫтерәбеҙ: Айрат әлеге мәлдә Украиналағы махсус хәрби операцияла, Фидан  Мәскәү эргәһендә армия сафында хеҙмәт итә, ә кесе улыбыҙ Вилдан Оҙондар мәктәбенең 10-сы класында белем ала.

Үҙемә килгәндә, яҡындарымды тәмле аш-һыуҙар менән һыйларға яратам. Ҡул эштәре менән дә булышам, баҡса үҫтереү — һәр хужабикәнең дә төп шөғөлө. Ирем менән мал, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Яҙ һайын һуғымға ҡаҙ, өйрәктәр һатып алабыҙ, быйыл да аҫрарбыҙ тип торабыҙ. Буш ваҡытта гәзит, китаптар уҡыйым, урманға сығып емеш-еләк йыйырға әүәҫмен. Бәләкәй генә матурлыҡтан да күңелемә дауа, йәм таба белгәнгәлер мин тормошто, тыуған ауылымды яратам, — ти  Нәсихә Сабур ҡыҙы.   

Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас