Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Март 2023, 12:52

Ҡул һелтәп ҡарарға түгел

Ҡош киҙеүе тураһында күп яҙыла, ләкин бер нисә фактты хәтергә төшөрөп китеү артыҡ булмаҫ.

Ҡул һелтәп ҡарарға түгел
Ҡул һелтәп ҡарарға түгел

Ҡош киҙеүе тураһында күп яҙыла, ләкин бер нисә фактты хәтергә төшөрөп китеү артыҡ булмаҫ. Ҡош киҙеүе — йоғошло  инфекция. Уға ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Барлыҡ хайуандар араһынан  ҡырағай өйрәктәр киҙеүгә нығыраҡ бирешеүсән. Әммә улар өсөн киҙеү башлыса үлемесле инфекция түгел, ә эсәк ауырыуы, “өйрәк дизентерияһы” һанала. Ҡоштар 20-30 көн буйы яфалана. Күсмә ҡоштарҙың көнөнә 300 саҡрымға тиклем араны осоп үтә алыуҙарын иҫәпләһәк, инфекция таралыуында уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Тәбиғәттә киҙеүҙең икенсе резервуары булып диңгеҙ имеҙеүселәре (киттарға тиклем), башҡа һыуҙа йөҙөүсе һәм диңгеҙ хайуандары, шулай уҡ кеше менән йәшәгән ҡанатлылар хеҙмәт итә. Тәү сиратта — йорт ҡоштары, бигерәк тә тауыҡтар һәм күркәләр, улар өсөн ҡош киҙеүе — ысын “тағун”  (ҡоштарҙың яртыһы тәүге тәүлектә үк һәләк була).

Вирус эсәктә урынлаша һәм тышҡы мөхиткә тиҙәк менән бүленеп сыға. Киҙеү вирусы менән зарарланған ҡоштар хәлһеҙләнә, йомортҡа һалыуы һүлпәнәйә, һыуҙы ҡомһоҙланып эсә, ҡурҡыныс тауыштар сығара.  Күҙҙәрендә һәм лайлалы тиресәләрендә ҡыҙарыу, танау юлдарынан экссудат (шыйыҡса) бүленеп сыға, эс китеү, хәрәкәт боҙолоу, көҙән йыйырыу күҙәтелә. Үлер алдынан һырғалары һәм тараҡтары  күкһел төҫкә инә.  Һәләк булған ҡошто тикшергәндә лайлалы тын, ашҡаҙан-эсәк юлына, бөйөргә һәм бауырға ҡан һауыуы иғтибарға алына. Хужалыҡтағы ҡалған зарарланған ҡоштар юҡ ителергә тейеш.

Кешегә вирус сирле йәки үлгән ауырыу ҡош менән бәйләнеш булғанда һауа юлы һәм  башҡа ҡалдыҡтары, шулай уҡ һыу ингәндә, бысраҡ ҡулдар аша, тейешле термик эшкәртеүһеҙ ауырыу ҡоштарҙың итен һәм йомортҡаһын ҡулланғанда күсә. Вирус ҡоштарҙың итендә  минус температурала  бер йылға тиклем йәшәй ала, ныҡ туңдырғанда бер нисә йыл һаҡланыуы мөмкин, ләкин 70 градус эҫелә ул бер нисә минут эсендә юҡҡа сыға. Үҙеңде һәм яҡындарыңды был ауырыуҙан ышаныслы һаҡлау өсөн  барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәү яҡшы. Өй һәм ҡырағай ҡоштар йәки уларҙың тиҙәге менән тығыҙ бәйләнеште сикләргә. Шәхси секторҙа йәшәүселәргә ҡош-ҡортто  ихатала ғына аҫрарға кәңәш ителә, был  ҡырағай һәм күсмә ҡоштар менән аралашыу мөмкинлегенә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Ҡош-ҡортто тәрбиәләгәндән  һуң шәхси гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм ҡулдарҙы даими йыуып торорға. Ҡош итенән ризыҡ әҙерләгәндә технологик регламенттарҙы ҡәтғи үтәргә  (температура һәм әҙерләү ваҡыты), ә ҡош ите һәм продукттары менән бәйләнештә булғандан һуң ҡулдарҙы  яҡшы итеп һабынлап йыуыу зарур.

Грипп йоҡтороуҙан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы — ҡош-ҡортҡа вакцинация эшләү. Йорт ҡоштарында ошо сиргә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн күсер ҡоштар ҡайтмаҫ борон 30 көн алдан прививка яһарға кәңәш ителә, ул бушлай уҙғарыла. Бының өсөн райондың ветеринария хеҙмәтенә алдан мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡоштарға грипҡа ҡаршы вакцинация дәүләт ҡушыуы буйынса һалынмаған, шуға күрә уны ҡош-ҡорт хужалары теләге буйынса үткәрә.

Мария Тетеркина,                                                     

эпизоотикаға ҡаршы отряд начальнигы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: