Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Март 2023, 12:34

Тәбиғәтте һаҡлау — үҙебеҙҙе яҡлау

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың сәләмәтлеге тирә-яҡ мөхит торошона нигеҙләнгән.

Тәбиғәтте һаҡлау — үҙебеҙҙе яҡлау
Тәбиғәтте һаҡлау — үҙебеҙҙе яҡлау

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың сәләмәтлеге тирә-яҡ мөхит торошона нигеҙләнгән. Шуға күрә халыҡ үҙенең именлеген нәҡ экология менән бәйләй.  Республикабыҙҙа һыу сығанаҡтарының торошо, Архангел районында экологик мәсьәләләрҙең хәл ителеше тураһында Башҡортостан Йәштәр Хөкүмәтенең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Сәйфетдинов Рөстәм Рәмил улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Рөстәм Рәмил улы, Башҡортостанда шул иҫәптән беҙҙең районда һыу объекттарының торошо, эсәр һыу запасы һәм сифаты хаҡында таныштырып үтһәгеҙсе?

  — Әлеге ваҡытта һыу объекттарының (йылғалар, күлдәр, диңгеҙҙәр, ер аҫты һыуҙары һәм башҡаларҙың) бысраныу проблемаһы көнүҙәктә ҡала. Ерҙә һыу күп, ләкин уның 97 проценты — океан һәм диңгеҙҙәрҙең тоҙло һыуы, 3 проценты ғына  сөсө. Сөсө һыу запастарының сикләнеүе, тигеҙ бүленмәүе ошо ҡиммәтле тәбиғәт байлығына һаҡсыл мөнәсәбәтте талап итә.

Башҡортостан территорияһы 600-ҙән ашыу йылғаның тармаҡлы селтәре менән ҡапланған. Беҙҙәге мул һыулы йылға-күлдәр һыу ҡоштары, йәнлектәре, үҫемлектәре менән дә бай.  Дөйөм алғанда, республиканың һыу буйынса ихтыяжы тәьмин ителгән. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу объекттарының торошо бик үк яҡшы тип әйтеп булмай, сөнки сәнәғәт, малсылыҡ комплекстарының һәм башҡа ауыл хужалығы объекттарының ағынты һыуҙары таҙартылмай тиерлек. Баҫыуҙарҙан да органик һәм минераль матдәләрҙең интенсив сығыуы күҙәтелә. Өҫтәүенә, ҡойма ямғыр һыуҙары таҙартылмай  сығанаҡтарға ҡушыла, мәсьәләләр хәл ителеү юлында.

Архангел районына килгәндә, ул республиканың экологик яҡтан таҙа райондарының береһе. Һыу объекттарының да сифаты юғары кимәлдә. Бында эсәр һыуҙың сифаты ГОСТ талаптарына тап килеүенә анализ бирлеп, даими күҙәтелә.  Һыу скважиналарынан пробалар үҙ ваҡытында алына һәм  лабораторияға оҙатыла. Яҙғы ташҡын ваҡытында уғата иғтибар бирелә, сөнки ташҡын мәлендә һыуҙың сифаты түбәнәйергә мөмкин.   Мониторинг системаһы булдырыла. Бәхеткә күрә, был йәһәттән барыһы ла һәйбәт. Һыуға ҡарата һәр ваҡыт иғтибарлы, рәхмәтле булырға, кәрәк, сөнки бөгөн Ер шарындағы халыҡтың яртыһы эсергә яраҡлы һыуға ҡытлыҡ кисерә. Беҙҙең республикала һыу запастары әлегә етерлек.

— Ағынты һыуҙарҙы таҙартыу.

— Һыу ятҡылыҡтары күбеһенсә сәнәғәт предприятиеларынан һәм тораҡ пункттарынан ағынты һыуҙарҙы ебәреү һөҙөмтәһендә бысрана. Сәнәғәт һәм көнкүреш һыуҙарын таҙартыу өсөн ҡулланылған алымдарҙы өс төркөмгә бүлергә мөмкин: механик; физик-химик, биологик. Талап ителгән таҙартыу кимәленә бәйле улар бөтәһе бергә ҡулланыла ала, ә юғарыраҡ талаптарҙа тәрән таҙартыу ҡоролмалары индерелә. Ағыҙыр алдынан таҙартылған ағынты һыуҙар зарарһыҙландырыла һәм сәнәғәт предприятиеларының һыу менән тәьмин итеү системаһына, ауыл хужалығы ихтыяждарына йүнәлтелергә йәки һыу ятҡылығына ағыҙылырға мөмкин.  Бөгөн республикала һыуҙы таҙартыу ҡоролмалары аҡрынлап реконструкциялана, яңы таҙартыу ҡоролмалары сафҡа индерелә. Әлеге мәлдә Нефтекамала ошондай ҡоролмаларҙы яңыртыу буйынса эштәр башланып тора.

— Инйәр һәм Еҙем йылғаларының торошо...

— Инйәр һәм Еҙем йылғаларының торошо етди хәүеф тыуҙырмай.  Һыуҙары таҙа, балыҡ, ҡош-ҡорттары күп, йәшеллеккә бай.  Әгәр ял итергә килеүселәр һәм ҡайһы бер ауыл кешеләре тәртипһеҙлек ойоштормаһа юғары баҫҡыста булырҙар ине. Экологик мәҙәниәтле, аңлы булыу мөһим. Сер түгел, туристар артынан тау-тау, теләһә ҡайҙа туҙып ятҡан ҡый ҡала. Машиналарҙы ла һыу эргәһендә йыуыу килешмәгән хәл. Браконьерҙар ҙа етерлек бит. Ауыл халҡы йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларҙың ҡырын эштәре тураһында хәбәр итә. Мөрәжәғәттәр буйынса саралар күрелә. Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән, ҡоштар бала сығарған ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре рейдтар уҙғара.  Зыян итеүселәр асыҡланғанда улар яуапҡа тарттырыла. Тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡурсалау маҡсатынан биләмәләрҙә күҙәтеүҙе көсәйтеү, шулай уҡ урындағы халыҡ, туристар менән аңлатыу эштәре алып барыу, ауыл хакимиәте, тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеү зарур.  Урындағы халыҡ та, ҡырҙан килеүселәр ҙә тәбиғәткә хөрмәт, оло һаҡсыллыҡ менән ҡараһын ине.

— Ял итеүселәр мәсьәләһе нисек хәл ителә? Экологик акциялар...

— Кешеләр йылға, күл буйына балыҡ тоторға, һыу инергә йәки тәбиғәт менән һоҡланырға килә. Ләкин һыу янында ике метр һайын сүп-сар ятҡанда ләззәт алыу ҡыуаныс килтермәй. Кешеләрҙең “онотоп” йәки белә күреп ташлаған ҡалдыҡтары күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Пластик һауыттар, тоҡсайҙар, шешәләр серемәй йөҙәрләгән йыл ята, ә ватылған быялалар кеше һәм хайуандарҙың йәрәхәтләнеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Пикниктарҙан һуң ҡалдырылған аҙыҡ ҡалдыҡтары бактерияларҙың тиҙ үрсеү сығанаҡтарына әйләнә, төрлө газдар (метан, аммиак, көкөртлө водород, көкөрт һәм азот оксидтары) бүленә.

Районыбыҙҙың һыу буйҙарында ла ошо уҡ күренештәр күҙәтелә. Ауыл хакимиәттәре, мәҙәниәт, белем биреү учреждениелары, социаль һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр менән берлектә иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йылға-күл тирәләрен йыйыштырабыҙ. Ял итеүселәр менән һөйләшәбеҙ, ҡаты контроль урынлаштырабыҙ, шул рәүешле экологик аңды үҫтерәбеҙ. Сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын булдырыу, уны дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Һөҙөмтәләр бар —туристар тәртипкә өйрәнә, тирә-яҡ мөхит элекке кеүек ҡурҡыныс хәлдә түгел. Тик тәртипһеҙлек ойоштороусылар һаман да бар әле.

Әгәр сүп-сар сығарыу логистикаһы шарттары мөмкинлек бирһә, яҡын арала районда “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы”, “Таҙа уйындар” акцияларын һәм экологик өмәләрҙе  уҙғарасаҡбыҙ. Был сараларҙың маҡсаттары — сүп-сарҙы айырып йыйып, уны артабан эшкәртеү, тәбиғәткә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү. 29 мартта районға йәштәр форумына килергә йыйынам. Унда ла ошо уҡ һорауҙар ҡараласаҡ.

Ғөмүмән, Архангел районы экологик күҙлектән тотороҡло. Әммә мөһим мәсьәләләр  юҡ түгел. Уларҙы тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары һәм халыҡ менән берлектә хәл итәсәкбеҙ.

— Аныҡ яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә.

Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.

Р.Сәйфетдинов тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: