Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 16:41

“Һоро бүре һәм ете кәзә”

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тәрбиәләнеүселәре (башкорт фольклор төркөмө, етәксеһе А.З Ҡунаҡбаева) “Тимәкәй” балалар баҡсаһында бик матур сара үткәрҙе.

Йәш артистар балаларға бик  таныш булған “Һоро бүре һәм ете кәзә” әкиәтен тәҡдим итте. Тамаша  әсәйҙәр көнөнә арналды.  Ул шиғыр юлдарына һалып сәхнәләштерелде. Әкиәттең маҡсаты: бәрәстәре өсөн бүре ауыҙына керергә лә әҙер булған кәзә образы аша балаларға әсәләрҙең батырлығын күрһәтеү, әсәйҙәргә ихтирам һәм һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, телмәр үҫтереү, сәхнәлә матур итеп сығыш яһарға, бейергә, йырларға  өйрәтеү.

Әкиәт кескәйҙәргә оҡшаны. Улар уны ихлас ҡабул итте.

Айгөл Ҡунаҡбаева,

башкорт фольклор төркөмө етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: