Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2023, 15:05

“Беренселәр хәрәкәте”ндә булыу — шәп!

“Беренселәр хәрәкәте” — Рәсәйҙәге йәштәр хәрәкәте. Ул 2022 йылдың 18 декабрендә ил властары башланғысы менән булдырылған.

“Беренселәр хәрәкәте”ндә булыу — шәп!
“Беренселәр хәрәкәте”ндә булыу — шәп!

“Беренселәр хәрәкәте” — Рәсәйҙәге йәштәр хәрәкәте. Ул 2022 йылдың 18 декабрендә ил властары башланғысы менән булдырылған. Хәрәкәт балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын дөрөҫ ойоштороуға, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлек булдырыуға, үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә, һөнәри йүнәлеш алыуға йүнәлтелгән.

Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” Башҡортостанда ла үҫешә башланы. Район һәм ҡалаларҙа 206 беренсел бүлексә асылды. Проект йәш таланттарға берләшергә, бергә иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә мөмкинлек бирә. “Беренселәр хәрәкәте” республика мәҙәни тормошоноң бер өлөшө булараҡ, ирекмәндәр акцияларында ҡатнашасаҡ, төрлө проекттарҙы бойомға ашырасаҡ, илһөйәрлек тәрбиәләү менән шөғөлләнәсәк.

1-се Архангел мәктәбендә “Беренселәр хәрәкәте”нең  беренсел бүлексәһен тантаналы асыу сараһы үтте. Февраль уртаһында мәктәптең өлкән класс уҡыусылары балалар йәмәғәт берләшмәләре менән эшләү һәм тәрбиә буйынса директор советнигы Е.С.Лапина менән берлектә мәктәп директоры Л.М.Куруноваға белем усағында Рәсәй хәрәкәтенең беренсел бүлексәһен асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне.

“Мөһим тураһында һөйләшеү” барышында балалар был хәрәкәттең маҡсаттары: “Рәсәй менән булырға!”, “Кеше менән бергә булырға!”, “Бергә булырға!”, “Хәрәкәттә булырға!”, “Беренсе булырға!” икәнлеген аңланы.

20 февраль Башҡортостан Республикаһының “Беренселәр хәрәкәте” Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы бер нисә белем биреү учреждениеһында, шул иҫәптән 1-се Архангел мәктәбендә хәрәкәттең беренсел бүлексәһен асырға ҡарар итте.

Билдәләнгән көн  залда өлкән класс уҡыусылары советы ағзалары, йәштәр хәрәкәтенә инергә ҡарар иткән 8-11-се класс уҡыусылары, “шайморатовсылар” һәм абруйлы ҡунаҡтар йыйылды.

— Өлкән класс уҡыусыларының башланғысын ихлас хуплайым һәм мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү, берлектәге проекттарҙы, акцияларҙы тормошҡа ашырыу өсөн балаларҙы берләштереүҙе мөһим тип иҫәпләйем, — тип, үҙ сығышында билдәләне мәктәп директоры Любовь Курунова. Район мәғариф бүлеге начальнигы Л.Т.Сәйғафарова тантаналы рәүештә  1-се Архангел мәктәбе нигеҙендә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел бүлексәһе —  “Беренселәр хәрәкәте”  асылыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Балаларҙы һәм педагогтарҙы был мөһим ваҡиға менән ҡотлап, уңышлы эшмәкәрлек, әүҙемлек, тәүәккәллек, бөтә башланғыстарҙа ла  иң яҡшылар булыу ынтылышын теләне. Уҡыусылар тәбрик һүҙҙәренә яуап итеп ижадта, фәндә һәм технологияларҙа, сәнғәттә һәм спортта, бизнеста һәм экологияла, ғөмүмән, эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә лә беренсе булырға теләүҙәрен белдерҙе.

Мәктәп коллективын мәртәбәле ваҡиға менән ҡотларға педагогик хеҙмәт ветерандары А.М. Маврина һәм С.В. Селиванец та килде. Ханымдар уларҙың тормошонда балалар һәм йәштәр хәрәкәте мәктәп эскәмйәһенән үк ҙур роль уйнауы,  тиҫтерҙәре менән бергә пионер һәм комсомол сынығыуҙарын үтеүе, һуңынан, педагогтар сифатында, районда балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереүҙә булышлыҡ итеүҙәре хаҡында бәйән итте. “Балалар хәрәкәте — ул ҙур һәм ғәжәйеп донъя, унда һәр бала күңеленә оҡшаған эш, фекерҙәштәр командаһын табасаҡ, дуҫлашырға өйрәнәсәк”, — тип билдәләне улар.

“Беренселәр хәрәкәте” гимны аҫтында хәрәкәттең тәүге ҡатнашыусыларына күкрәк билдәләре тапшырылды. Ант итеп   Роберт Рождественскийҙың “Әгәр бар икәнһегеҙ —  беренсе булығыҙ, кем булһағыҙ ҙа, беренсе булығыҙ” әҫәренән шиғыр юлдары  яңғыраны. Ватанға һөйөү, тормош шатлығы һәм яҡшы кәйефте сағылдырған матур йыр-бейеүҙәр сараға күркәмлек өҫтәне.

Беҙ — хәрәкәттә! Бөтәһе лә — хәрәкәттә!

Алевтина Бочкарева,

1-се Архангел мәктәбенең директор урынбаҫары.

Фото — район мәғариф бүлеге сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: