Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март , 16:46

“Бәхетемде ситтән эҙләмәнем”

Ҡасандыр колхоз-совхоздар гөр килеп  торғанда һауынсы, быҙау тәрбиәләүсе, мал ҡараусы  абруйлы һөнәрҙәрҙән һаналды.

“Бәхетемде ситтән эҙләмәнем”
“Бәхетемде ситтән эҙләмәнем”

Ҡасандыр колхоз-совхоздар гөр килеп  торғанда һауынсы, быҙау тәрбиәләүсе, мал ҡараусы  абруйлы һөнәрҙәрҙән һаналды. Уларҙың фоторәсемдәре Маҡтау таҡталарында, исемдәре гәзит-журнал биттәрендә урын алды. Ауылда халыҡ  эшһеҙ торманы, һәр көн колхозға ашыҡты. Кешеләрҙең тормошо ла тыныс, йәнле, мәғәнәле ине.

Хәжәр Хәлит ҡыҙы Хәсәнова  тап бына ошо осорҙа башта Свердлов исемендәге, аҙаҡ Ҡыҙыл Еҙем хужалығында малсылыҡта  хеҙмәт итеп өлгөрә. Ул 1957 йыл Көмәрле ауылында тыуа. Ата-әсәһе,  башҡалар кеүек үк, таң һарыһынан кискә тиклем баҫыуҙарҙа, мал фермһында тир түгә. Хәжәр Хәлит ҡыҙы ла үҙенең тиҫтерҙәре менән мәктәптән һуң ололарға ярҙам итергә йүгерә. Элек бала-саға һәр ваҡыт колхоз эшендә булыша торғайны. Шуға күрә кесе йәштән үк эш мәғәнәһен белеп, киләсәк тормошҡа алдан уҡ нығындылар. 8-се класты тамамлап та өлгөрмәгән үҫмерҙе, бер оло йәштәге һауынсы апай ҡулын йәрәхәтләү сәбәпле, эшләп тороуын һорайҙар. Ваҡытлыса ғына тип килгән Хәжәр бында бөтөнләйгә тороп ҡала. Ферма мөдире уға ышанып, башта уҡ 20 һыйыр тапшыра. Барлыҡ эштәр ҡул көсө менән башҡарыла. Һауынсылар һыйыр һауыуҙан тыш, уларҙың аҫтарын ҡырып таҙарталар, өлкән биҙрәләр менән аҙыҡ тараталар,  быҙауҙарҙы ла ҡарайҙар, биҙрә, феләктәрҙе лә йыуалар, ғөмүмән, эш етерлек. Ферманан ҡайтҡас, үҙеңдең малыңды, ҡош-ҡортоңдо, ғаиләңде тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле. Йәш ҡыҙ оло, тәжрибәле һауынсыларҙан бер ҙә ҡалышырға теләмәй, сәмләшеп һыйыр һауа. Бер нисә йыл эсендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, алдынғы малсылар рәтенә баҫа.

1984 йылда Ҡыҫынды ауылы егете Миңнулла Йәнмырҙа улына тормошҡа сыға. Улдары Наил тыуа.  Ҡыҫынды фермаһында эшләгән ғаилә башлығы хәләл ефетен дә шунда урынлаштыра. Ирле-ҡатынлы ыжғыр буранға ла, үҙәккә үткән сатлама һыуыҡҡа ла, ҡояш көйҙөргән йәйге селләгә лә, туҡтамай яуған ямғырға ла  ҡарамай, көн дә һәүкәштәре янына ашыға. Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте, уларҙың икеһенең дә  тырышлығы Почет грамоталары, бүләктәр менән билдәләнгән. Хәжәр апай 2007 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Бөгөн  Хәжәр Хәсәнова нисек итеп эш башлағанын, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та саҡтарын, ауыр, тынғыһыҙ әммә күңелле эш мәлдәрен, йәшәгән осорҙарын һағынып, алыҫта ҡалған йәшлек йылдарын хәтерләп түбәндәгеләрҙе әйтте:

— Бәхетемде ситтән эҙләмәнем.  Крәҫтиән тормошо әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән. Шуға малды тир түгеп,  хәләл көс менән табырға  күнеккәнмен.  Ауыл эшсәндәре ғүмер буйы илде ҡараған, икмәк, ит, һөт менән тәьмин иткән. Элек ауыл һайын ферма ине. Яландар бер ваҡытта ла буш торманы. Әле емерелеп, бер кирбесе лә ҡалмай, нигеҙенә тиклем ҡутарылып бөткән фермаларға, мал комплекстарына, ҡый үләндәре, ағас баҫып бөткән ялан-ҡырҙарҙы күреп йән әсей. Колхоздар бөтөрөлгәс күпме кеше эшһеҙ ҡалды, йәштәргә бигерәк ҡыйын. Улар эш эҙләп ситкә китә, шунда тороп ҡала, тыуым кәмей,  мәктәптәр ябыла,  ауылдар ҡартая.

Ҡыҫындыла ла ферма бөтөрөлгәс, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Өфөгә йөрөп эшләргә тура килде, ауыл клубында ла йыйыштырыусы булдым. Бөгөн яңғыҙым һәүетемсә генә донъя көтәм. Һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрайым, баҡса тәрбиәләйем. Кистәрен ҡул эштәре менән булышам. Архангел ауылында  йәшәгән улыма ҡунаҡҡа барып киләм. Ул да ғаиләһе менән ҡайтып, хәлдәремде белешеп, ярҙамлашып китә. Беҙгә, оло кешеләргә, йылы һүҙ, иғтибар кәрәк. Был йәһәттән, яҡындарым мине мәхрүм итмәй, — тип һүҙен тамамланы Хәжәр ханым.

Дилара Фәтихова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в