Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 13:48

Төп иғтибар — туған телгә

Зәйет мәктәбе районда татар теле туған тел булараҡ уҡытылған белем усағы.

Төп иғтибар — туған телгә
Төп иғтибар — туған телгә

Зәйет мәктәбе районда татар теле туған тел булараҡ уҡытылған белем усағы. Мәктәп директоры Сәриә Хаҙый ҡыҙы Рамазанова уҡыусылар менән осрашыр алдынан беҙгә мәктәп тормошо  тураһында һөйләп, экскурсия үткәрҙе.

 Мәктәп туғыҙ йыллыҡ, барлығы 25 уҡыусы, уларға 7 уҡытыусы  белем һәм тәрбиә бирә. Төп үҙенсәлеге — татар телен, мәҙәниәтен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә нығыраҡ баҫым яһауҙа. Балалар һаны күп булмағанлыҡтан, дәрестәрҙә, унан тыш та һәр ҡайһыһына айырым иғтибар бүленә. Зәйет мәктәбе уҡыусыларының тәртипле, итәғәтле булыуҙары әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Ауылдыҡылар ни тиһәң дә тыйнаҡ һәм ихтирамлы шул. Туған телдәрендә саф һөйләшеүҙәре лә  әсә теленә булған һөйөүҙең, хәрмәттең тәү сиратта, ғаиләлә һалынғанлығын дәлилләй.

Холоҡтары төрлө — маҡсаттары бер

Быйыл 1-се класҡа ике ҡыҙ: Шәкирова Алина менән Рәхмәтуллина Диана килгән. Беренселәр ярты йыл үтеүгә ап-аруҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Улар ошо осорҙа күп нимәгә өйрәнеп тә алғандар.  2-се класта — Әхмәрова Лиана менән Мостафин Асҡар, 3-сөлә — Хөснөтдинов Илназ, ә 4-се класта:  Хөснөтдинова Фидәлиә, Мостафина Аделина, Хәмзин Рөстәм, Хөснөтдинов Зинфир  белем ала. Улар бер бүлмәлә уҡыйҙар, класс етәкселәре — Илүзә Усман ҡыҙы Ғафарова.  Бай тәжрибәле мөғәллимә бер сабыйын да күҙ уңынан сығармай, күңел йылыһын биреп белем тауҙарына үрләтә.

— Башланғыс  класс уҡыусылары бик тырыш, уңған, булдыҡлы, тапҡыр, аҡыллы һәм үҙ-ара дуҫтар. Мәктәптә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып, еңеү яулап торалар. Йыл һайын республика күләмендә үткәрелгән “Шафиҡова уҡыуҙары”, “Ғафури уҡыуҙары”, “Туҡай моңдары”, “Йәнле һүҙ” һәм башҡа мәртәбәле конкурстарҙан  ситтә ҡалмайҙар. Еңеүҙәре   Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары  менән билдәләнгән. Улар үҙҙәренең туған татар, башҡорт телдәрен теләп өйрәнә. Әсә телдәрендә оҫта итеп йырҙар башҡаралар, шиғырҙар ятлайҙар, әкиәттәр һөйләйҙәр.

 Хөснөтдинова Фидәлиә, Мостафина Аделина, Хәмзин Рөстәм, Мостафин Асҡар — уҡыу алдынғылары. Дәрестәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, уҡытыусыларын иғтибар менән генә тыңлап ҙур уңыштарға ирешәләр, ҡалған иптәштәренә ярҙам итәләр.  Маҡсатлы, тырыш булыуҙары менән ата-әсәләрен һөйөндөрәләр. Кластағы малайҙар һәм ҡыҙҙар һүрәт төшөрөргә, бейергә, йырларға әүәҫ, спорт менән дә дуҫтар.

Инәй-атайҙары балаларының тормошо, уҡыуҙағы уңыштары менән ҡыҙыҡһына, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә. Туған телде, шәжәрәләрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүҙә ололарҙың ярҙамы иҫ киткес. Берҙәм булғанға күрә барлыҡ башланғыстар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Ә әсә телен үҙләштереүҙә, артабан үҫтереүҙә ғаиләнең әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ.

Класымдағы бөтә балаларҙы ла ихлас яратам. Кескәйҙәрҙең  күңелен алдап булмай, һин уларҙы һөйһәң, улар ҙа ыңғай яуап бирәсәк, — тип үҙенең тәрбиәләнеүселәре хаҡында һөйләп ишеттерҙе башланғыс кластар уҡытыусыһы Илүзә Усман ҡыҙы Ғафарова.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: